Ҡалдығыҙ ҡайҙарҙа?

Ҡайта алмаған яугирҙарҙың яҡты иҫтәлегенә

Ҡайҙарҙа ҡалдығыҙ, ҡайҙарҙа?..

Һандуғас һайраһа талдарҙа,

Кемегеҙ йыр булып ҡайтҡан тип,

Һиҫкенеп уянам таңдарҙа.

 

Ҡайҙарҙа ҡалдығыҙ, ҡайҙарҙа?..

Аҙашып буранлы айҙарҙа,

Тәҙрәгә, ҡапҡаға шаҡыған

Ел түгел, гүйә, һеҙ ҡайтҡандай!..

 

Ҡайҙарҙа ҡалдығыҙ, ҡайҙарҙа?..

Торналар сылбыры яҙҙарҙа,

Һеҙҙең йән иңрәүе уларҙа,

Яңғырай ҡай ауаз, ҡай зарҙа?

 

Ҡайҙарҙа ҡалдығыҙ, ҡайҙарҙа?..

Эҙләйек икән һуң ҡай ярҙан?

Рухығыҙ ҡайтты бит был ярға,

Есемегеҙ ҡалһа ла ят ҡырҙа...

 

Ҡайҙарҙа ҡалдығыҙ, ҡайҙарҙа?..

Һандуғас һайраһа талдарҙа,

Торналар ҡайтһалар яҙҙарҙа

Йөрәгем һурыла таңдарҙа!..

Ҡайҙарҙа ҡалдығыҙ, ҡайҙарҙа...

 

2014, декабрь