Класс таҡтаһында яҙыу:
«Мин үҙемде яратам».
Ошо яҙыу күңелдәргә
Күпме йылы тарата!
Эй, шуҡ ҡыҙҙар, осоҡ ҡыҙҙар,
Һары тал бөрөләре,
Донъя һеҙгә шундай аяҙ,
Зәп-зәңгәр күренәлер.
— Һин кемде яратаһың, әй? —
Тигәндә әхирәтең,
— Мин үҙемде яратам!.. — тип
Уйһыҙ яуап бирәһең.
Эй, шуҡ ҡыҙый, осоҡбикә,
Тумалған тал бөрөһө!
«Ул бит үҙен ярата», — тип
Егет-елән йөрөһөн.
Килер бер мәл — тик берәүҙе
Һайларһың араһынан,
Һары талдар япраҡ ярыр,
Күҙҙәреңдән гөлдәр тамыр
Бөркөтөң ҡарашынан...
Класс таҡтаһында яҙыу:
«Мин үҙемде яратам».
Үҙен яратҡан шул ҡыҙый
Бар донъяны ҡарата.