Кисеү фажиғәһе

 

Ҡайтып киләм.

Иҫке һуҡмаҡ мине

Алып китте кисеү яғына,

Гүйә, һыу төшкәндә кейемемде

Ҡалдырғанмын сирәм ярында.

Тик… кисеүҙе әллә үҙгәрткәндәр,

Танырлыҡ та түгел йыраҡтан.

Эҙҙәр ҙә юҡ, ҡырсынташы бөткән,

Тирә-яҡтан ҡамыш уратҡан.

Шул мәл кисеү,

мин һиҫкәндереп,

Тулҡын теле менән өндәшә:

 

“Эй, юламан, килһәң кисеү һорап,

Минең хәлгә кем һуң көнләшә?

Миңә килгән юлды үлән баҫты,

Үпкәләне әллә кешеләр.

Йылдар буйы юлсы көтә –көтә

Күҙкәйҙәрем ҡорой, тишелә.

Эйе, үпкәләһә, улар хаҡлы,

Ҡырыҫыраҡ булдым үҙем дә:

Ат бауырҡайҙарын ашып-ташып,

Мәжбүр иткеләнем йөҙөргә.

Ярһып китеп, арба, кәмәләрен

Һелтәгеләгән бар түңкәрә;

Юлдарына туфан булып ҡалҡып,

Ҡоторғоланым шул ни кәрәк…

Уларҙың һуң, әйтәм үҙҙәренең

Бер ярһыуһыҙмы ни ғүмере?

Кешеләрҙең, ай-һай, ажарлығын

Ниндәй генә ташҡын емерер?!

Минең тик бер –

йылына бер тапҡыр –

Ярһығанды әллә күпһенеп,

Ана, ике ярҙы ҡауыштырып,

Ҡоршанылар тимер күперен…

Инде бөттө,

Бөтәһе лә бөттө:

Миңә килеп сумыр йүгерек юл,

Арбаларҙың ҡыҙыу тәгәрмәсе:

Аттар тояғынан йөрәкһеү…”

 

Кисеү тынды.

Уны ситтән урап,

Юлдар йырлай,

елде көй итеп…

Уйға батып,

Таныш кисеүемде

Сыҡтым кисеп – тулҡын бейетеп.