Ял йортонда бөтә халыҡ
Ҡымыҙға сират баҫҡан.
Ҡатын-ҡыҙҙар графин тотҡан,
Бабайҙар бидон аҫҡан.
Мин дә яҙылдым сиратҡа
Йөҙ ҙә етенсе булып,
Насип ризыҡ инә тиҙәр,
Хатта теште һындырып.
Ҡымыҙ эскән бар инде ул,
Тик шулай ҙа торабыҙ,
Ризаһыҙлыҡ белдерәбеҙ,
Ҡысҡырышҡан булабыҙ.
Донъябыҙҙы онотабыҙ,
Һанламайбыҙ үткәнде,
Әсәйҙәрҙең башаҡ йөкмәп
Ҡайтыуҙарын көткәнде,
Онотабыҙ үткәнде...
Тормоштар шундай бөтәйҙе! —
Ни генә кәрәк тағы?
Оноттоҡ шул рәхәтлектә:
Атайҙарҙың теҙелешеп
Фронтҡа киткән сағын.
Тик һөйләгәндәрҙән беләм:
Атай сиратҡа баҫып,
Винтовкаһын ҡулына алып,
Һалдат тоҡсайын аҫып
Киткәнен беҙҙе һаҡларға
Ҡыйыу атлап, ныҡ баҫып....
Иҫләйек Ленинградты:
Утлы ҡулса эсендә
Туғыҙ йөҙ көн —
Һыуға сират,
Һыныҡ икмәккә сират,
Үҙе кисергән онотмай
Өнөндә лә төшөндә...
Күрҙем мин:
Ҡыҙыл майҙанда
Оҙон-оҙон сираттар
“Ленин бабай”ҙы күрергә,
Мавзолейға баш эйергә
Бөтә донъя вәкилдәре
Килеп баҫҡан йыраҡтан...
Сираттар төрлө була шул.
Беҙ ҡымыҙға баҫҡанбыҙ,
Донъябыҙҙы онотҡанбыҙ,
Үткәндәрҙән ҡасҡанбыҙ...