Атлы башҡорт

 

Инеш

 

Ерҙән яңы быуат атлап килә,

Малайлыҡтан әле сыҡмаған.

Йөрәген ут хистәр ялмамаған,

Һөйөү уғы әле саҡмаған.

 

Бынан ике йөҙ йыл элегерәк

Уның һымаҡ бөтмөр бер малай

Уҡтан атҡан яугирҙарҙы күреп,

Ғәжәпләнгәйне бит бер талай.

 

Һөйөү уғын атҡан Амур[1] кеүек

Күреп оҫта, мәргән атҡанын,

Ул уҡ сойорғотҡан башҡорттарҙы

“Амурҙар” тип башта атаны.

 

Төнъяҡ амурҙары тигән данды

Яратҡанғамы ни таҡҡандар? –

Француздарҙың ҡотон алғандар бит

“Тауышһыҙ ут” менән атҡанда!

 

Атлы, уҡлы башҡорттарҙы күреп,

Кәмһетергә башта маташып

Ҡарағандар ҙа бит,

Һуғыш үҙе

Төҙәткән шул кемдең хатаһын.

 

Уҡ һыҙғырғас ҡолаҡ төптәрендә,

Тәкәбберлек унда ҡалмаған…

Кемдең ысын яугир икәнлеген

Аңлаһа, кем шунда аңлаған…

 

Тарих!

Әйтсе, зинһар,

Башҡорттарҙан

Ишеткәнең бармы әрнеү-зар?

 

Ҡайһы халыҡ әле яуҙан ҡайтҡан

Маҡтау алып:

“Любезные мои…”, “Любизар!..”

 

Ҡайһы халыҡ әле,

Берҙәм ҡубып,

Күтәрелгән илде һаҡларға!? –

Үҙ ҡайғыһын ситкә ҡуйып тороп,

Бик тиҙ атланған бит аттарға.

 

Ер хәтерләй һаман тояҡ эҙен,

Әммә ергә батҡан – юғала,

Ваҡыт даръяһында ер убыла

Йә сайҡала кипкән ҡуғалай.

 

Ил хәтере иһә ҡанда йәшәй,

Йәшен кеүек йәнде тетрәтеп,

Ҡауландарға төшкән осҡон һымаҡ,

Күңелдәрҙе ала көйрәтеп…

 

Яҙмыш менән уйнағанда

Батша

Уны-быны уйлап тормаған,

Күпме яҙмыштарҙы яндырырҙай

Ут ташҡынын ситкә бормаған!

 

Сал тарихтың  ҡуҙлы көлдәренә

Баҫмаҫмынмы?

Асылмаҫмы тыйыу-ҡорғандар?

Яңыртыуҙан ҡабат хәтерҙәрҙе

Инде убылып бөткән ҡәберҙәрҙә

Борсолмаҫмы шәһит-ҡорбандар?..

 

Алға сығып,

“Атлы башҡорт” тиеп,

Ауыҙ астым да бит...

Был һүҙгә

Башҡортомдоң бар булмышы һыйған!.. –

Йырланырмы йырым был көйгә?!.

 

 

 

 

Беренсе бүлек

 

Алыҫтарҙан ағарып, ай, күренгән

Ирәмәлкәй тауының аҡ ташы.

Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй

Ир-егеткәй менән ат башы.

                   Башҡорт халыҡ йыры “Азамат”.

 

Тильзит, 1807 йыл

 

Бына тағы шанлы Ырымбурға

Килеп төштө батша фарманы:

“Тағы ла өс полк ғәскәр кәрәк!”

“Кәмеп ҡалмаҫ башҡорт дарманы…”

Көнбайышта сығып тора, имеш

Француз менән ҡабат һуғыштар.

Әле ҡайтты башҡорт Альптарҙан,

Бата-бата ҡанға тубыҡтан…

 

Күпме кисте тоғро аты менән

Башҡорт утлы-боҙло һыуҙарҙы,

Хәл итешеп бола-дауҙарҙы:

Урыҫ–Ливон, Урыҫ-Ҡырым, урыҫ–поляк,

Урыҫ–төрөк, урыҫ-швед, урыҫ- прусс,

Урыҫ-француз…

Ни бөтмәгән урыҫ яуҙары?!..

 

Бына тағы шомло нәжәғәйҙәр

Уландарҙы юлға ҡуҙғата.

Кантондарҙы айҡап сапҡын елә,

Яу хәбәре йөрәк һыҙлата…

 

*    *    *

 

Күреп ҡайтты Ҡыуат[2] сит илдәрҙә

Батшаларҙың ай-һай ниндәйен!

Александр батша менән йәнәш

Француздың Наполеон тигәнен.

Ғәжәпләнде Ҡыуат:

Рус батшаһы

Ҡосаҡланы француз ил башын,

Сит-ят телде эсә һыу шикелле,

Гәпләшәләр һис бер тылмасһыҙ.

 

Александр батша Наполеонға

Күрһәткәндәй тере ҡурсаҡтар,

Ярандарын төртөп атап сыҡты,

Файҙаланып уңай форсаттан.

Күрһәткәне –

Үҙе менән килгән

Ғәскәр башлыҡтары – сардарҙар:

Ҡалмыҡ, казак, йәнә кантон башҡорт,

Хәрби һында, тулы ҡоралда...

Башҡорт Ҡыуат, үҙенә сират етеп,

Сәләмләгәс өнһөҙ баш ҡағып,

Һурып алып ҡына һаҙағынан

Яу юлдашы – ҡырлы ҡурайын,

Һыҙҙырҙы көй –

Дәртле, ярһыу марш,

Гүйә, ғәскәр килә ер ябып!

 

Яңғыраны моңда ил ораны,

Ватанға янаған хәүеф тә,

Ил һаҡсыһы ир-егеттәр дәррәү

Ҡуҙғалыуы Урал-шәреҡтән;

Ҡан ҡойошло һуғыш ҡырҙарынан

Талғын ғына осоп үткәндәй,

Ауған яугирҙарҙың өҫтәренә

Матәм аһын ҡурай һипкәндәй;

Иңрәй ҡурай, сыңрай, сеңләп ала,

Йөрәктәрҙән ҡандар һауҙырып,

Берсә ярһый – ғәйрәт сәсеп һайрай,

Яугирҙарға дан, сәм яуҙырып;

Ҡанат йәйә, йәшәү тантанаһы,

Әйҙәй алға, ер-күк тетрәтеп.

Яуы изге, хаҡ булғанға юлы –

Еңеүсенең алғыр ҡөҙрәте...

Оҙон итмәй (“Килешмәҫ ялҡытыу...”)

Көйҙөң сағыу, баҙыҡ өлөшөн

Туҡтаны ул уйнап,

Арттырмаҫҡа

Ваҡыттың да үҙенә тейешен.

Секунд тынлыҡ...

Ҡапыл ҡул саптылар,

Залды күмде төрлө тауыштар,

Шау-шыу аша хуплау-һөрәндәрҙең

Төшөнөрлөкмө ни айышын...

Уйнап бөткәс, турайтып кәүҙәһен,

Ҡыуат, сөйөп башын юғары,

Ҡараш һирпте француз батшаһына:

“Атты ҡуйҙым Һеҙгә туғарып...”

 

 

Бонапарт боролдо әшнәһенә:

  • Ул нимәлә шулай уйнаны?

Александр белдеклелек менән

Яуап бирҙе:

  • Башҡорт ҡурайы!

Һоранылар тағы тылмас аша:

“Ҡайҙан был көпшәлә шундай көс?”

“Ниндәй көй был?”

“Уны кем сығарған?”

“Ҡайҙан хасил була аһәң-хис?”

 

Ҡыуат инде батырая төштө,

Ҡыҙыҡһыныуҙары ҡупайтты,

Урыҫ батшаһы ла рөхсәт биреп

Ҡеүәтләгәс:“Әйт-әйт, Ҡыуатов!” –

Яуапланы:

  • Ҡурай – юлдаш, яуҙаш,

Оноттора ваҡыт ағышын;

Башҡорт үҙен белгәненән бире

Йыр-көй менән баҫҡан һағышын...

Был көйҙө лә беҙҙең ҡурайсылар

Бында ятҡан саҡта сығарҙы,

Килешеүгә, махсус Һеҙҙең өсөн...

Мин уйнаным ғына ни бары.

Ғали йәнәп император, Һеҙгә

Булһын әйҙә “Марш Бонапарт”,

Тик ул имен мәлдә яңғыраһын,

Туҡтағас яу, тынғас болалар...

 

Александр Берҙең был сюрприздән

Күтәрелде кәйеф самаһыҙ,

Килтерергә ҡушты яугирҙарға

Затлы, танһыҡ француз шарабын.

 

Батшаларҙың булғас осрашыуы,
Табын-мәжлес ҡормай буламы,

Иҫтәлеккә бүләк бирешмәгәс,

Һыйламағас күңел туламы?..

 

Төштә лә юҡ ине яныр Мәскәү,

Бородино, ҡанлы һуғыштар...

Тыумағайны әле аттары ла,

Ауып ҡалыр һуңғы һулышта...

 

 

Ә Бонапарт ҡалды бик ҡәнәғәт –

Рус һалдатын күрҙе яҡындан:

“Александр шул йолҡоштар менән

Алмаҡ микән беҙҙе алҡымдан?!

Ташҡ(а) үлсәйем казак яугирлығын,

Хәрби рәтте улар беләме?

Һуғыш тактикаһын, алымдарҙы

Ҡолағына мужик эләме?

Минең еңелеү белмәҫ армияма

Ҡаршы торор көс юҡ, юҡ инде!

Рәсәй йыйын әтрәгәләм менән

Беҙҙең алда бер сүп, сүп инде!..”

 

Шараптанмы,

Марштанмы әллә

Бонапарттың башы әйләнде.

Рус батшаһын бик йыш ҡосаҡланы,

Һүҙсәнләнде, артыҡ йәнләнде.

Казак, ҡалмыҡ, башҡорттарҙы күреп,

“Ғәскәрме ни был?! – тип һөйөндө, -

Тиҙерәк яуға атлығаһы ине,

Баҫып анау марш көйөнә!

Киң Рәсәйгә ҡапыл баҫып инеп,

Дөмбәҫләргә уны өйөндә...

Бер кинәнеп шөһрәт яулап ҡайтыр,

Анау йәтеш марш көйөнә!..”.

 

Тильзиттағы ошо “Килешеү”ҙе

Өлгө итеп алды үҙенә:

Нисек мәкер уғын атмай ҡалыу,

Дошманыңдың ҡарап күҙенә.

Үҙен иһә күрҙе:

Ап-аҡ атта

Европаны яулап ураны.

Рәсәй мәркәзенә триумф менән

Барып инеренә юраны...

 

Әле шул ваҡытта Бонапарттың

Ҡара уйы бар тип кем уйлар?..

Ватанына тоғро башҡорт ҡына

Марш уйнамаһа – кем уйнар?!..

Тарих көттө, хатта туҡтап торҙо

Моңло мәлдең күктән иңгәнен.

Ҡиәмәттең Йыһан ҡарынында

Саҡ яралып ҡына килгәне...

Тап биш йылдан яһил Наполеон

Ташланасаҡ Рәсәй еренә.

Уйы: үтеү илдең йөрәгенә,

Баҫып башҡорт маршы көйөнә...

 

Икенсе бүлек

 

Атҡа ғына менһәң, ай, ат яҡшы,

Ергә генә төшһәң, ер яҡшы.

Илкәйенә ингән яуға ҡаршы

Ат ҡушаҡлап сапҡан ир яҡшы.

         Башҡорт халыҡ йыры “Йәйләүлек”.

 

Утарбай ҡоҙоҡтары

 

1806-1807 йылдарҙағы һуғыштар һәм 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһарманы Утарбай Солтангәрәй улы Торомтаевҡа[3] 1811 йылда 9-сы кантондың башҡорт казактары араһынан хеҙмәткә тәғәйендәрен яуға әҙерләп, уларҙы командаға туплап, Орск ҡәлғәһенә, унан Ырымбурға алып барыу бурысы йөкмәтелгән. Был бурысты атҡарғанда ул отряды менән ялға туҡтаған урындарҙа ҡоҙоҡ ҡаҙҙырған, ағас йорттар йә землянкалар һалдырып, туҡталҡалар (утарҙар) эшләтеп китер булған. Утарбай урядник ҡаҙытҡан ҡоҙоҡтарҙың бер нисәүһе Хәйбулла районында әле булһа ла һыу эсергә яраҡлы булып, урындағы халыҡҡа һәм юлсыларға шифаһын бирә.

 

1

 

Тыуған ерҙән сыҡҡан һыуҙы тәмләп

Юлға сығыу – изге йолала.

Ә был юлы – сәфәрҙең ниндәйе! –

Яуға китә казак уландар.

Оло яуға – французды ҡыуырға

Юлланмаҡта атлы казактар,

Төбәктән йөҙ яугир ҡорал аҫҡан:

Һөңгө, ҡылыс, йәйә-һаҙаҡтар...

 

Утарбай ҡоҙоғо шәмәргәндәй

Ҡаршыланы килгән халыҡты,

Яугирҙар һәм барса оҙатыусылар,

Ике яҡлап ҡына “фронт тотоп”,

Шишмә тирәһенә ылыҡты.

 

Доға ҡылды мулла,

Фатихаһын

Шишмә һыуы менән нығытты:

  • Утарбай уҙаманға рәхмәт яуһын,

Үткән юлы ҡоҙоҡ ҡаҙҙыртты,

Аллаһыбыҙ ҡөҙрәттәре илә

Ҡоро йылда һыуға туйҙыртты.

Иншалла!

Фатихалы ул арымаҫ, ти,

Һыулы юлсы сарсамаҫ, ти,

Эткә-ҡошҡа тарымаҫ, ти,

Изге юлдан яҙҙырмаҫ,ти.

Ҡуржындарға тултырғанса

Алығыҙ һыу, туғандар.

Имен йөрөп, һау ҡайтығыҙ –

Шуға беҙ ҡыуанғандар:

Изгелек юрағандар,

Еңеүгә юллағандар...

 

Һәр яугирға йәре йә еңгәһе

Һондо тыуған ерҙең саф һыуын.

Ҡоҙоҡ һыуы баҫты тик бер аҙға

Егеттәрҙең йөрәк ярһыуын.

Башҡорт иле бар ғәскәрҙе

Яһандырған кеүек яуға,

Утарбай ҡоҙоҡтары ла

Әҙерҙә булды һыуһынға.

Һәр һалдат һауыт тултырып

Шишмә һыуын алды ҡойоп.

Ер-әсә бирҙе шифаһын,

Улдарының хәлен тойоп.

 

Ҡоро йылда инеш-ҡоҙоҡтары

Һуңғы йотом һыуын бүлгәндәй,

Башҡорт иле ҡарап ятып ҡалды

Уландарын 

Инде һуңғы тапҡыр күргәндәй...

 

Ҡыҙҙар:

“Йәйләүҙәргә барҙыҡ, бейәләр һауҙыҡ,

Баш күнәккәй, баш күнәккәйҙәрҙе лә ҡулға элеп...

Иҫән генә йөрөп, һау ҡайтығыҙ,

Китәһегеҙ, китәһегеҙ инде лә ҡуҙғалып...

Ерән ҡашҡа атҡайым да,

Елдәр тарай ялҡайын.

Эйәрләгән егетеңде

Ташлап ҡайтма, малҡайым!

Эй-й... ташлап ҡайтма, малҡайым...”

 

Утарбай ҡоҙоғо юлға

Оҙатҡанда уландарын,

Тамды ергә күҙ йәштәре

Илде терәп ҡалғандарҙың.

Яугирҙарҙың яна йөрәк,

Һағыш быуа алҡымдарҙан,

Ат юртыуы ыңғайына

Йыр тоҡана – ялҡынларға.

 

Егеттәр:

“Йәйләүҙәрҙе ташлап, ҡоралды алып,

Беҙ китәбеҙ, беҙ китәбеҙ менеп тә аттарҙы.

Ерән ҡашҡа атҡайым да,

Арымай сабыр малҡайым.

Эйәрендә егете барҙа

Бойоғоу белмәҫ малҡайым.

Эй-й... бойоғоу белмәҫ малҡайым.

Иҫән генә булығыҙ, ҡайғырмағыҙ,

Йыш яҙығыҙ, йыш яҙығыҙ яуап та хаттарҙы.

Ерән ҡашҡа атҡайым да

Башын сайҡай малҡайым.

Походтарҙан иҫән ҡайтһаҡ,

Уҡалармын ялҡайын.

Эй-й... уҡалармын ялҡайын.

 

Яугирҙарҙың шымғанына

Оҙатыусылар ыуалана.

Оҙаҡ көттөрмәй Буранғол[4]

Йырҙы күңел быуаларын:

 

Ҡурғының шишмә талына

Килеп атым бәйләнем.

Һыуын услап эсер инем,

Ҡайтһам илгә әйләнеп.

 

Ҡайтырбыҙ ат уйнатып,

Французды ҡыйратып.

Көтөгөҙ беҙҙе, туғандар,

Һандуғастар һайратып...”

 

Шишмәгә тип килә барыһы ла,

Эс серҙәрен уға сискәндәй.

Тере һыуҙың тылсым көҙгөһөнә

Асыл донъя үҙе күскәндәй.

 

Шишмә таҙа аяҙҙарҙа,

Шишмә тоноҡ көн бойоҡта;

Ҡоҙоҡ һыуы – үҙе ризыҡ,

Ҡоҙоҡ һыуы – үҙе дауа

Әллә күпме сырхауҙарҙан.

 

Үҙ эйәһе – Әүлиәләй

Белеп тора ил хәлдәрен,

Һиҙеп ала ил ғәмдәрен,

Яңы сабый тыуғандарын,

Баҡый йортҡа күскәндәрен...

 

Белеп ята бөтәһен дә,

Күреп ята һәммәһен дә,

Кисерә ул дауылын да,

Һүндерә ул янғынын да;

Тоя хәтәр ил айышын,

Һыҙланғандың тын алышын,

Тол ҡалғандың зар-һағышын;

Һөйгән йәрен юғалтҡанды

Булды күпме йыуатҡаны...

 

Быйылғы йыл – барс йылы

Үс иткәндәй ҡоро килде.

Ярып йыһан ҡапҡаларын,

Ҡыуан елдәр бәйһеҙ елде.

Шишмәләрҙең тынды йыры,

Ҡоҙоҡтарҙың хәле мөшкөл –

Әйтерһең дә, ауыр сирҙән

Әсә күҙе төпкә төштө.

 

*    *    *

Арғужа ла буйлап йөрөгәнемдә

Ятып ҡалды ҡайыш дилбегәм.

Дилбегәм дә өсөн ҡайғырмайым –

Ятып ҡалды илгенәм.

         Башҡорт халыҡ йыры “Арғужа”.

 

Киттеләр башҡорттар яуҙарға,

Киттеләр Ватанды һаҡларға.

Эй ғәзиз уландар,

Һеҙҙе һуң

Әжәлдән һаҡларға-яҡларға

Барҙыр бер Аллаһы Тәғәлә...

Һөңгөләр осонда бер теләк –

Уҡтарҙың башында бер ниәт –

Байраҡтар йөҙөндә бер бурыс –

Рәсәйҙе яҡларға, яҡларға!

 

Айбарлы яугирҙар яҙмышы

Ҡоҙоҡтар күҙендә сағыла:

Уралдың иманлы улдары

Кутузов ҡанаты һағында!

 

2

 

Менгән генә атым, ай, кир булыр,

Тибенгеһе уның да тир булыр.

Урал буйҡайының аҫыл егете

Данҡайҙары сығырҙай ир булыр.

         Башҡорт халыҡ йыры “Уйыл”.

 

Беренсе полк, төҙөлгәндән алып,

Бөтә яҡтан уңған – һүҙ ҙә юҡ!

Ҡуялар гел алға – ышаналар:

“Беренсенән була! – Күр ҙә тор!”

 

Әле бына полк яуҙан сыҡҡас,

Һипләгәндә кәрәк-яраҡты,

Килде Ҡаһым түрә дуҫтарына,

Бында килергә гел яратты.

 

“Ҡаһым түрә килгән!” – тигән хәбәр

Телдән телгә бик тиҙ таралғас,

Йыйылдылар башҡорт казактары

Эштәр бөткәс, аттар ҡаралғас.

Күптәр таныш бында,

Ҡаһым түрә

Ике ҡуллап, ихлас күреште,

Утарбайҙың хәтер йомғағынан

Иҫтәлектәр ебен һүтеште.

 

  • Ҡаһым ағай,

Кисә кис йәштәргә

Тильзиттағы хәлде һөйләнем.

Унан алда Буранбай ағайҙың

“Наполеондың маршы”н көйләүен

Ишеттек тә,

Баштан үткән хәлдәр

Иҫкә төштө.

Тәүге әрмелә,

1807-се йыл ине,

Яңы килә инем өйрәнеп

Пушка тауышына, атыштарға...

Беҙ бит бик сос – яугир атлылар,

Ҡорт күсендәй:

Ҡапыл ябырылабыҙ,

Һибеләбеҙ бер-бер артлы ла.

 

Ун туғыҙҙа инем мин ул саҡта,

Ғәйрәт тә бар, дәрт тә. Арытмай,

Эйәрҙә лә осҡан ҡош шикелле,

Ҡушаматым да бар – Торомтай.

Бына шунда, ҡаты бәрелештә,

Минең булды тәүге һынауым:

Һайлам уғым менән атҡанымда

Бер француздың тиштем танауын!

 

  • Туҡта-туҡта!

Миңә был ҡыҙыҡты

Һөйләгәйне Денис Давыдов[5].

Һин инеңме ни ул

Француздың

Үтә атҡан суҡмар танауын?!

- Мин инем шул!..

Ошо хәлде хәҙер

Мәҙәк итеп иҫкә аламын...

 

Үтә атҡанмын бит ҙур танауын,

Тик уҡ сығып бөтмәй туҡтаған.

Бәлки, теймәҫ ине – теге бәндә

Ҡасырға, тип, алға уҡталған... 

 

Әсир төштө шундуҡ бер төркөмө,

Саҡ ҡотолдо ҡасып бер аҙы.

Танауына уғым тейгән яуыз

Булып сыҡты командирҙары...

 

  • Ҙур ҡош – подполковник! – тине Ҡаһым, -

Суҡышына ғына атҡанһың.

Ну үҙең дә сапсан торомтайһың,

Сәпкә шәп урынын тапҡанһың!..

 

  • Төштөм аттан.

Уҡты алыр кәрәк,

Олатайым юнып биргәйне;

Һәр бере иҫәптә.

Олатай ҙа:

“Уҡтарың шәп, апҡайт!” – тигәйне.

Үҙе юнды бөтә уҡтарымды,

Өшкөргәндәй итеп шымартты,

“Апҡайт” тигәнендә хикмәт барҙыр.

Әллә йола, әллә шаяртыу...

Ҙур танау хужаһы – ебек,

Ҡурҡышынан аҡыра,

Һурырға уҡты – танау йәл,

Ярҙам һорап саҡыра.

Уҡты былай алалмағас,

Саҡырҙылар лекарҙы.

Аныһы әй өтәләнә,

Мине әрләй бикәргә,

Йәнәһе лә:

“Бүтән ерен күрмәнеңме,

Танауына атмаһаң?”

  • Батюшка, мин алға аттым,

Теймәҫ ине, ҡасмаһа.

Үҙе уҡҡа ҡаҙалды бит,

Тик торһасы, исмаһам...” –

Тигән булып мин аҡланам,

Йәлләп меҫкен французды.

Бысмаҡ булғас лекарь уҡты,

Ынғырашты яралы.

Ә миндә тик уҡ ҡайғыһы –

Индем ике араға:

  • “Уҡ минеке!

Батька, рөхсәт итсе,

Мин һындырмай ғына алайым...”

  • “Нисек алаһың, ти, һындырмайса?”
  • “Уҡ минеке!

Һура тартамын да аламын!..”

  • “Һурып ҡына алып булмай уны,

Танауына зыян итәһең...”

  • “Нимә булһын шунса ҙур танауға!

Иң шәп уғым ине бит әле!..”

  • “Эй, йөҙбашы, давай тәртип булдыр,

Ҡамасауламағыҙ был эшкә!

Бер уҡ өсөн яугир ғауғалаша,

Әсирҙе ҡотҡарыу тейеш тә!..” –

тип ҡысҡырғас лекарь,

Киттек ситкә,

Командир ҙа:

“Әллә ҡалъяныңда

Бөткәнме уҡ! ” – тиеп үртәне.

Лекарь үҙе генә маташтырҙы.

Күрҙек: эше яйлы үтәлде –

Танау иҫән ҡалды.

Әфисәргә

Шунда ғына бер аҙ йән инде...

Танауы чёрт с ним!

Уғым әрәм.

Уҡты һәләк итте...Йәл инде... –

Тип Утарбай һүҙен тамамланы,

Хәтирәләренән арынып, -

Тильзит эргәһендә тәүге тапҡыр

Шундай хәлгә бына тарыным...

 

  • Ярай, ҙур ҡаза булмаған

Үҙең иҫән-һауһың бит.

Хатта икенсе әрмегә

Килеп өлгөргәнһең бит.

 

  • Һаумын, шөкөр.

Олатайға

Алып ҡайттым уҡтарҙың

Бер өсәүһен. Күбе – ҡалды...

Алып ҡайтып булманы тик

Ятып ҡалған дуҫтарҙы...

 

  • Йә, туғандар, ҡуҙғалайыҡ.

Алда

Олоғара яу тора.

Бонапартты тоҙаҡларға

Кутузов ҡарт ау ҡора... –

Ҡаһым түрә һаубуллашты,

Ял теләп яҡташтарға,

Китте штаб фатирына...

Алыҫ та баһа ҡыштарға –

Ел сыҡты ҡаты ғына...

 

Өсөнсө бүлек

 

Урал ғына ҡошо, ай, һандуғас,

Ат менгәндә моңло һайраны.

Ҡындан алып алмас ҡылысымды

Урал ташҡайына ҡайраным.

         Башҡорт халыҡ йыры “Эскадрон”.

 

Бородино

 

Ике быуат үтеп киткән

Һин янғандан, Бородино.

Уты һүнер, тинеләр ҙә...

Хәтер һүнмәй, бары тына.

 

Илле, йөҙ йылға төтәй  ҙә

Унан тағы тора тынып.

Йөрәктәргә һибеп ипкен,

Ялҡынлана Бородино...

 

Алмашына заманалар,

Тик һин бер үк, Бородино.

Борсолмаҫ та инек, әгәр

Ынғай ғына барһа донъя.

 

Ватансылыҡ – ауыҙлыҡта,

Илһөйәрлек тә – нуҡтала.

Хәҡиҡәттең көҙгөләре

Паркетҡа төшөп онтала...

 

Кемдер өсөн патриотизм

Әйләнде архаизмға,

Иҫкелектең ҡалдығы, тип,

Сығарҙылар запас юлға...

 

Беҙ тигәнсә генә барһа,

Донъя – донъя буламы ни?

Бар ҙа уның ҡанундары,

Ҡанунға саң ҡунамы ни?..

 

Уйҙарым ҡайта урай ҙа

Эҙләп һине, Бородино.

Һинән кеше ғибрәт алһа,

Шунда алға барыр донъя!

 

***

 

Бородино яланына

Хәтәре төшкән яҙмыштың:

Ҡәһәрләнер урын булыу –

Ҡанлы майҙаны һуғыштың.

 

Бындай уңай “тайғаҙан”ды

Ҡайҙан эҙләп, кем тапҡандыр,

Һуғышырға ҡулай урын –

Ҡайҙан белеп һайлағандыр.

 

Шунысама ғәскәр һыя[6],

Бөтәһе лә – ус төбөндә.

Кәрәк булһа урман йә тау –

Йә шыл бында, күс тегендә...

 

Хәл иткес булған:

Яланға

Ил яҙмышы ҡуйылғанда

Ер үртәлгән, редуттарҙа

Итектәрҙән ер уйылған.

Уйнар ялан булһа, бер хәл –

Бил һынашыр майҙан түгел,

Һабантуйҙа еңелерәк

Маңлайҙарға маңлай килеү.

 

Бында иһә көс һынашҡан:

Аҡыл,

         Ғилем,

                    Хәйлә,

                                                                  Ҡорал;

Йәнә:                   Холоҡ,

                           Ғәйрәт,

      Оһол;

Иман,

  Хаҡлыҡ,

       Берлек,

                   Оран...

 

Ватаныңа бирелгәнлек

Инә Әсә һөтө менән,

Кеше үҙен тыныс тоя

Хәсрәттәре бөтөү менән;

Тыуған ерҙең наҙын тоя –

Үләндәрен, шишмәләрен,

Урмандарын, далаларын,

Ямғырҙарын, бурандарын...

Шул гүзәллек һөйөндөрә,

Тыуған ергә яҡынайта,

Ә яуызлыҡ көйөндөрә,

Йәшәүеңде һалҡынайта...

 

Рәсәй-әсәй, һиңә килгән

Баҫҡын булып төрлө халыҡ,

Һәр берендә – тәкәбберлек,

Төрлөһөндә төрлө холоҡ.

Улар бит ерҙе һаҡламай,

Улар бит илде яҡламай,

Бер теләк – итеү хаҡимлыҡ,

Баҫыу, хурлау, аҫыу, талау....

 

Баҫҡынсыла хис-тойғо юҡ –

Тапҡанының ҡәҙере юҡ.

Үҙ аҙымын аҡлар ине,

Яҡлар ине – бәғере юҡ.

 

*      *      *

 

Үҙәге өҙөлөп, борғолар

Уйнаны, һалдатты тиҙләтеп,

Барабан ярһыған тауышҡа

Тетрәне алыҫта ҡамыштар,

Пушкалар гөрһөлдәп, дауыллап,

Тетрәтте тауҙарҙы, һауаны.

Ҡымйыны, уянды бәрәкәт,

Башланды туҡтауһыҙ хәрәкәт,

Кешелә,аттарҙа – йәрәхәт,

Күбеһен һағалай һәләкәт...

 

Беренсе башҡорттар полкын

Әйҙәне атаман Булатов[7],

Яугирҙар эйәрҙе артынан,

Аттарын уйнатып, тулатып...

Генерал Ермолов үҙе

Күтәрҙе полкын Өфөнөң,

Раевский батареяларынан

Дошманды бәреп төшөрҙө.

 

Позицияларҙың ҡапыл

Һул ҡанаты ҡалтыраны,

Француз легионерҙарының

Штыктары ялтыраны.

Бына баҫып алды улар

Һул ҡанаттың редуттарын,

Үлемесле яраланды

Генерал Багратион[8] да.

 

Ҡотдос күреп биноклдан

Һул ҡанаттың иҙелгәнен,

Һыҡырылыр тоҙағының

Кәрәк мәлдә өҙөлгәнен,

Һөрәнләне:

  • Багратион!!!

Дуҫҡай, һин дә түҙмәнеңме?

Һалдат ҡаса! Ул урындың

Бушаҡлығын белмәнеңме?

Һиҙмәнекме?!.

  • Ҡаһым! Мырҙаш!

Ос һин шунда!

Резервкә ҡалдырылған

Казактарҙы ал да барын,

Ярҙамға сап!

Йәһәт, йәһәт!

Урман ышығында көтөп

Торған ярһыу атлыларҙы

Һул ҡанатҡа әйҙәне ул

Йәҙрә кеүек томоролоп...

 

Ҡалҡыулыҡтан Ҡаһым түрә

Барын барлай, барын күрә.

Йылға аша урап арттан,

Француздарға сыҡты тылдан.

Ҡаһым түрә, тартып һор юрғаһын,

Уң ҡулына алып ҡурайын,

Фарман бирҙе:

  • Башҡорттарым!

Ватан өсөн!

Тыуған ер өсөн!

Бәхетле көнөбөҙ өсөн!

Рәсәй еңеүе өсөн!

Ал-ға-аааа!!!!

 

Үҙе алда – осто уҡтай!

Әйтерһең дә, бара бәйге.

Ниндәй әле! – Утлы бәйге!

Өҙөп бөтә тышау-бәйҙе,

Ысҡындырып теҙгендәрҙе...

Аша атлап меҫкендәрҙе...

 

Һул флангыла тиреҫ яҡтан

Көтмәгән дошман сафтары,

Кинәт ҡыҙған ямғыр булып,

Башҡорттоң яуҙы уҡтары!

Редуттарҙы баҫып алғас,

Хутҡа китте һөңгө, ҡылыс,

Буталыш, йығылыш, ҡасыш...

Ҡыҙҙы ҡул һуғышы – алыш!..

 

Аяу белмәй алыштылар

Урал батыр тоҡомдары.

Бындай ҡыҫымға түҙерлек

Ерҙә тағы дошман бармы?!.

Һөрлөккәндә Ҡаһым түрә

Атынан саҡ аумай ҡалды,

Һор юрға ла, асыуланып,

Дошман атын тешләп алды.

Батыр яраһыҙ булмай, ти,

Әллә Хоҙай араланы:

Ҡулын штык сыйып үтте

Әллә ҡайһы аралалыр.

Бәйләттерҙе йәрәхәтен,

Яу яланын ташламаны,

Арыҫландай алышҡандар

Тыуған ерҙе ашламаны...

 

Һул ҡанаттан француздарҙың

Бәреп сығарғас көстәрен,

Туҡмалыуҙан ҡалғандары

Йыя алмайса иҫтәрен,

Ергә һалды ҡоралдарын...

Кутузов ҡарт тынысланды

Күреп дошман бышлыҡҡанын:

  • Афарин, Мырҙашев! – тине, -

Ай,молодцы, башҡорттарым!..

 

*      *      *

 

Бородино – бар донъяла

Иң ҡарғышлы, ҡанлы һуғыш,

Ерҙә уға тиңдәш булыр

Юҡ бер ниндәй данлы алыш.

 

Кемгә – табыш,

Кемгә – ярыш,

Һуғыш – бола, бәлә инде...

Нимә-нимә, урыҫ халҡы

Һуғышырға белә инде!..

 

Бородино, һиндә еңгән

Рус ғәйрәте, ихтыяры –

Бер ҡоторһа, бер тулаһа,

Юҡ тотоуы йә тыяры.

Асҡанһың һин, яу яланы,

Рәсәй халҡы берҙәмлеген,

Түҙемлеген, күндәмлеген,

Татыу йәшәү ҡәҙерҙәрен...

 

“Француз атлыларының һәм

Генералдар ҡәберлеге”[9]

Булғанда ла Бородино,

Урын юҡтыр ғәйепләргә,

Урын юҡтыр йәберләргә.

 

 

 

*      *      *

 

Скрипканың ҡылдарындай

Талдарға елдәр ҡағыла,

Һыҙылып шыйыҡ томан йөҙө –

Уйһыуҙарға моң ағыла.

 

Ҡурған-убалар өҫтөндә

Ҡоҙғондар, ҡарғалар туйлай;

Яралылар ыңғырашһа,

Тәбиғәт матәмен уйнай...

Ҡалҡыуҙарҙан үҙәктәргә

Ҡандар һарҡа сөбөр-сөбөр...

Шығыр-шығыр, шығыр-шығыр

Арба бара, туҡтап ҡала, -

Мәйеттәрҙе тейәп ала.

 

Һалдаттарға ал юҡ-ял юҡ,

Һалдат тағы ҡәбер ҡаҙа,

Шәһиттәрҙе, ҡорбандарҙы –

Фиҙа ауған батырҙарҙы

Һуңғы юлына оҙата[10]...

 

*      *      *

 

“Сыуаҡ көҙҙә ер тултырып,

Алма яуған ҡара ергә...

Был ни хикмәт:

Бешкән, һутлы,

Алһыу, бөтөн алмаларҙы

Берәм-берәм, йыйып-йыйып

Алалар ҙа, баралар ҙа

Яландағы ҙур соҡорға

Ырғыталар, һалаларсы...

Ниңә шундай бешкән, һап-һау,

Матур ғына алмаларҙы

Бер соҡорға йыйып-йыйып

Күмәләрҙер, ташлайҙарҙыр?..”

 

Әсәләрҙең төштәренә ингән

Һин инеңме, Бородино?..

 

Әсәләрҙе ҡан илатып

Ниңә икән бара донъя?