Байғараға әйткәндәрҙән

Байғараға әйткәндәрҙән

 

1

 

Эй, Байғара, баҡсала күп сәсәктәр,

Иҫерткес наҙ, тылсым нур сәсәсәктәр.

Бөгөн — берҙе, иртән тағы ла өҙһәң,

Баҡсабыҙҙа ҡалыр бары сәнскәктәр.

 

2

 

Эй, Байғара, ҡарашыңды ал ҡыҙҙан,

Күҙең менән ашамасы, йә, ҡыҙған!

Ул бит — бер гөл, иркәләүгә һыуһаған,

Юҡһа һинең керпегеңдә — уҡ ҡыҙған.

 

3

 

Эй, Байғара, саҡыр ҡыҙҙы кәмәгә,

Йөҙөгөҙ күл урап, ҡороп әңгәмә.

Аҙаҡ миңә рәхмәт уҡырһың әле,

Йәш ғүмерең үтмәҫ унда әрәмгә.

 

4

 

Эй, Байғара, сыбыртҡыла атыңды,

Ҡыҙый  өсөн йәлләп торма алтынды.

Булырмын  баш ҡоҙа үҙем туйыңда,

Әгәр имен алып сыҡһаң башыңды.

 

5

 

Эй, Байғара, аҙҙыр һиндәй егеттәр:

Күңеле — аҡ, башы-күҙе — дегеттән.

Һинең менән була ҡыҙҙар урлап  та,

Була һабан һөрөп, төпкә егеп тә.

 

6

 

Эй, Байғара, тирәң тулы гүзәлдәр,

Башҡынаңды әйләндерер гөл йәндәр.

Күбәләктәй оса торғас әйләнеп,

Булмағайы башҡайыңа әзәлдәр.

 

7

 

Эй, Байғара, сибәр ҡыҙҙы күрмәгән,

Ғорурлығы ҡыҙҙың бейек үрләгән;

Һин дә өҫтән ҡарарға тип маташһаң,

Уға бүтән «альпинистар» үрмәләр...

 

8

 

  Эй, Байғара, ғәйебеңде сисәһең,

Ҡыҙҙар күрһәң, ебейһең дә төшәһең.

Күҙ  алдыңа  килтермәйһең юлыңда

Ниндәй генә ут-һыуҙарҙы кисәһең.

 

9

 

Эй, Байғара, һал кәсәгә күк сәйҙе,

Ихласланып һемерҙең бит күп мәйҙе.

Табын — йәннәт, ҡыҙҙар ләззәт булһа ла,

Ваҡыт етте эйәрләргә Күксәйҙе...

 

10

 

Эй, Байғара, һин бигерәк илгәҙәк,

Күпте уйлап тормай торған елбәҙәк,

Артыҡ йомарт, артыҡ йомшаҡ күңелең,

Әҙәмдәрҙең һәммәһенә һин кәрәк.

 

11

 

Эй, Байғара, һин бигерәк бер ҡатлы,

Көн итәһең — берсә йәйәү, йә атлы;

Ҡулың — алтын, башың ялҡын булғанға,

Тормошоң да  йә  боросло,  йә татлы.

 

12

 

Эй, Байғара, тирә-яғың ҡап-ҡара,

Өлгөрмәнең юлдарынды байҡарға,

Тышың — күмер, эсең гәүһәр булғанға,

Яҙмыш алды даръяһында сайҡарға...