Буран ҡояшы

Буран ҡояшы

 

      1

 

Тыуған яҡтың бураны ла яҡын,

Һалҡыны ла — ялҡын йөрәккә.

Утарбабыҙ батҡас,

                            ап-аҡ таштай

Ауыр ҡарын алам көрәккә.

Дала еле,

                   иләй торғас ҡарҙы,

Бетон кеүек итеп ҡатырған,

Әсе еле ҡурып бара тынды,

Ирек бирмәй күҙҙе асырға.

Эт яманы йөрөр буранда, ти.

Бураны ла китте оҙаҡҡа.

Кем түҙемле: — Беҙме?

— Тәбиғәтме?

Кем эләгер элек тоҙаҡҡа?..

 

Иҫкәртмәне түгел синоптиктар —

Көн дә иртән торҙо ҡаңҡылдап:

“Көн боҙола, буран сыға”, — тине.

Бары көлдөк кенә хахылдап...

Бына хәҙер күрмәһәң күр, туған,

Йыһан хужа Ергә, беҙ түгел.

Бөтә нәмә — бер үк Күк аҫтында,

Йүнле көндө һора теҙ сүгеп.

Килеп ҡаптыҡ.

Беҙме, аҡ ҡуяндай,

Аҡ тоҙаҡтың тәүге ҡорбаны?

Ҡурай тарта буран, ҡумыҙ сиртә!

Күрсе бейетергә торғанын!..

Был ни әле!?.

(Юлдың башы ғына!)

Әҙәм үҙе эҙләй бәләне:

“Йә, ник юлға сығыу кәрәк ине?..”

Иҫкә төшә яҡташ Мәһәҙей.

 

...Ата-әсәһенең берҙән-бере,

Ҡарағайҙай егет, баһадир,

Ауылҡайын эҙләп таба алмай,

Бурандарҙа ҡалды аҙашып.

Көн асылғас, ике-өс көн үткәс,

Эҙләп тапты уны кешеләр.

Һайыҫҡандар иң тәү хәбәр бирҙе:

“Кәбән төбөндә бар ишегеҙ!..”

 

Эҙ һалған ул хәлдән тайғанынса,

Аҡ ҡуяндай, кәбән тирәләп.

Ҡаршыларға тип ат ебәрергә

Уйлап та бирмәгән түрәләр.

Күҙ асҡыһыҙ буран ҡосағында

Йылынырға теләп, илереп,

Кәбән төпкәйенә ҡунаҡлаған,

Утҡа ҡыҙынғандай, сисенеп...

Әллә ул бер ғибрәт өсөн генә

Боҙға ҡуша туңған өрәкме?

Әллә тағы боҙҙан тыуған кеше

Рәүешенә ингән сүрәтме?

 

Китсе, булмаҫ...

Көфөр һөйләп торам.

Ташҡа үлсәйем... Аллам һаҡлаһын!

Юл аҙабын Хоҙай күрһәтмәһен,

Ҡазаларҙан үҙе яҡлаһын...

Кисә, гүйә, буран ҡотормаған,

Донъя бөгөн тып-тын. Һил туғай.

Бармаҡ остарына Мәһәҙейҙең

Йондоҙ ҡунғанмы ни!? —

Боҙ туңған...

Яҡынларға, барып тотонорға

Баҙнат итмәй торҙо кешеләр:

“Күҙен асыр, хәҙер тороп баҫыр,

Ул ни бары бер аҙ өшөнгән...”

Ә Мәһәҙей бер ҙә күҙен асмай,

Әллә һаман “утта йылына”,

Усҡайҙарын ипле алға һоноп,

Йылы көтә, кемдән ялына?..

Ҡояш ҡунды микән устарына

Иренендә ҡатҡан йылмайыу.

Нурҙар тулды микән ҡуйынына —

Йым-йым итә яҡут-алмасы...

Үтенесен уның кеше түгел,

Фәрештәһе үтәп ҡуйғандай:

Ялбарыу ҙа унда,

Миһырбанлыҡ,

Изгелеккә сәждә ҡылғандай.

Шундай хәлдә егет ойоп киткән,

Көтә-көтә таңдың атҡанын.

Беләктәрен терәп теҙҙәренә,

Йылы ҡосорға тип ҡатҡаны.

Буран көйөнә ул иҙрәп киткән,

Һәм төш күргән — ысын-ысындан:

Битен-ҡулын өтөп, тынын ҡурып,

Ҡояш ҡунған уның усына!

Батмус кеүек ҡояш эй әйләнгән,

Осҡон сәсеп ап-аҡ туғайҙа,

Зыр әйләнеп оҙаҡ эй бейегән,

Эй уйнаған шашып ҡурайҙар...

Зыр өйрөлгән батмус ҡапыл ғына

Әйләнгән дә ҡуйған бер ҡыҙға —

Әсәһенә килен итергә, тип,

Күҙе төшөп йөрөгән Баныуға.

Баныу һылыу, илгәҙәккәй бер йән,

Мәһәҙейен ташлап китмәгән...

Эх был буран!

Ике йәш йөрәктең

Ҡауышыуын да бит көтмәгән.

(Эх ҡәһәрле яҙмыш... Ғүмерҙәрҙең

Шулай торалыр ул һағында.

Утҡа атҡан йәнә бер ағасты

Сәскә атыр ғына сағында...)

Йәш йөрәктәр оҙаҡ йөрөгәндәр

Буран бейеүендә әйләнеп.

Бейеү тынған.

Баныу менән бергә

Осоп киткән бер мәл Мәһәҙей...

 

Ах, Мәһәҙей! Һине был йоҡоңдан

Уятырға әгәр көс етһә!..

Ауылдаштарыңдың зар-һағышын

Йоҡо аша ғына ишетһәң:

 

“— Нисә саҡрым йәйәү үтеп, өйгә

Ярты саҡрым етмәй талған бит!

 

— Ҡаршыһында ут янғанмы, ҡара,

Йылынып ултырғандай ҡатҡан бит...

 

— Туңып барһа, әҙәм сисенә, ти,

Ут күренә, тиҙәр, күҙенә.

 

— Ҡуйсы, бахыр, йылы эҙләне гел,

Күңел йылылығын эҙләне...

 

— Уттай уяу, бөтмөр ине малай,

Әрәм генә булған бит ҡалай...

 

— Машина, тип, уҡыу, тиеп, сапты,

Етем йөрөмәне төңөлөп...

 

— Өҫтө-башы кейем күрмәһә лә,

Өҫтөн булды йомшаҡ күңеле...

 

— Үҙ ҡашына кемде саҡырырға

Бер Хоҙаның етә ҡөҙрәте...

 

— Юлға маяҡ ҡаҙатаһы булған,

Хәҙер һуң шул хата төҙәтеү...

 

— Белмәгәндер, егет, күрмәгәндер

Күҙ төбөндә ауылы ятҡанын,

Белһә, тура ҡайтыр ине...

Хатта

Бүре ҡайта һөйрәп ҡапҡанын...

 

— Ай-һай күргәндер ул ауыл утын,

Йылмайыуы сыҡҡан йөҙөнә...

 

— Хушлашҡандай ҡатҡан ул текәлеп,

Ауылының бағып күҙенә...

 

— Батыр утҡа ингәндә — бер өлгө,

Нисек сығыуы ла — фәһемгә...”

 

Ҡурҡыу еңеп, барып тотонорға

Кәрәк ине Алла хаҡына.

Ул тәүге һәм һуңғы тапҡыр ҡайтты

Ауылдаштарының һағында.

Тик Мәһәҙей — үҙе бер санала,

Йәм-йәшел дә бесән өҫтөндә, —

Ҡулдарында боҙло ут апҡайтты,

Буран ҡояшының төҫөндә...

 

2

 

Ер һелкетә, яуып өрә буран,

Бар донъяны, ахыры, күсерә.

Беҙ күмәкбеҙ. Япа-яңғыҙ әҙәм

Был мәхшәрҙә ниҙәр кисермәҫ?!

Буран ҡосаҡтары — үлгән усаҡ,

Өмөт быҙлай — булһа даланың...

Кемдер ҡапыл бер ус нур һирпкәндәй,

Уятҡандай шомбай даланы —

Бер туп сая буран турғайҙары,

Фәрештәнең тере нурҡайҙары,

Фырылдашып ҡарға һибелде,

Сәләм иҙәп ҡоштар телендә:

“Беҙ ҙә бында!

Булһын өмөт юлдаш!

Бирешмәгеҙ юлда!..” — тигәндәй.

Рәхмәтемде ҡабул ҡылдылармы,

Осто улар елгә кәйелеп.

Күп кәрәкме хәүеф ауҙарында

Күтәрергә юлсы кәйефен...

 

Ниһәйәт, юл көртлө үҙәктәрҙән

Алып сыҡты беҙҙе типһенгә.

Баҫыу иңдәрендә — ҡара сәкмән,

Бураҙналар ҡалған ала-сола...

“Йә, Илаһым, шуны күпһенмә!..

Йәллә ерҙе, туҡтат бураныңды!

Ҡар юрғанын, зинһар, туҙҙырма!

Йыһандарҙан күп туфандар ауҙы,

Ҡазаларҙы алға уҙҙырма!

Был селләлә ниндәй саң бураны?

Ҡар ябыуын, зинһар, һыҙырма!..”

Ялбарыуым барып етер микән,

Тура килеп изге осорға —

Ҡорбан байрамына...

Беҙгә, ана,

Мәрхәмәтен икте Аллабыҙ —

Юл күрһәтте буран турғайҙары;

Ҡорбан көҫәмәне,

Ысҡындырҙы беҙҙе далабыҙ...

 

3

 

“Малым юҡ ҡурамда,

Ҡайғым юҡ буранда” —

Тип ултырған борон ҡара ярлы,

Ас бүреләр тешен ыржайтҡанда,

Ҡоторғанда ыжғыр бурандар.

Үҙе түгел, хатта соланынан

Сығармаған этен урамға.

Хәҙер иһә хәлдәр — кәрт уйыны:

Отолоуҙар йота ауылды,

Мужик түгел,

                            хатта ир уҙаман

Белмәй, тоймай —

Иртән ҡай тарафтан

Килтереп һуғырҙарын дауылдың.

Мал бағыусы анау ҡустыларҙы

Яҙмыш үҙе микән һайлаған,

Яғалашҡандамы,

Утлы елдәр

Биттәренән, яҫы яңаҡтарҙан

Ҡарала көйҙөргәнсе һыйпаған.

Ҡуралары тулы мал булһа ла,

Мандый алмай йонсой малсылар,

Иткә эйәләгән себен кеүек,

Килеп тула алып-һатарҙар,

Сөм кеҫәле туплы яусылар.

Унан йолҡоп, бынан хәмсеп шунда

Шылдыралар бөтә малыңды:

  • Ҡул аҡсаға!
  • Үҙ хаҡына!
  • Риза! Давай!..

Йыллыҡ тир түккәне килеп сыға —

Таҡы-тоҡо тамаҡ ялына.

Заман һөлөктәре крәҫтиәндең

Һурып бөтөрөрҙәр ҡанын да!

Ә ул оҙон ҡышта осон-осҡа

Ялғай алмай, аңҡы-тиңке булып,

Банкир тупһаһына абына.

Инде ерен һатып алмаҡ булып,

Ил яҙмышы менән уйнайҙар.

Ер хужаһын үҙенә ялсы итергә

Сыҙамлығын уның һынайҙар.

Түҙер микән ерҙәш был афәткә,

Ҡаршы торормо ир был яуҙа? —

Эт һуғарып, төшһәк бөлгөнлөккә,

Йәннәт еребеҙҙән ҡолаҡ ҡаҡһаҡ,

Күп көттөрмәҫ ҡоллоҡ, бығау ҙа.

Ер һатырға булһаң, олигарх

Ихлас алыр ергә паеңды.

Үҙең һиҙмәй, ҡалғас сыр-яланғас,

Танырһың да яңы байыңды,

Тик һуң булыр...

                  

4

 

Эт йөрөмәҫ буранда ла йөрөй

Ауыл гиҙеп шешә ҡолдары.

Кисә туңған, тиҙәр, күп һемергән

Берәүһенең аяҡ-ҡулдары.

Ғибрәт алмай әҙәм, ҡурҡа белмәй,

Оят та юҡ уға, иман да.

Өйҙән-өйгә көмөшкә эҙләмәй,

Гәзит уҡып ятһа диванда,

Шул да хатта һауап булыр ине,

Милләтенән рәхмәт яуыр ине,

Арттырһа бер йәнгә айныҡты,

Ҡайҙа инде!..

Тик үкенес быуа...

Ҡайҙан тапһын ундай “байлыҡ”ты:

Магнитофон, телевизор, журнал...

Ул бит хужалыҡта — йөк аты!

Бар байлығы — мөйөш тулы шешә,

Өйө буп-буш... Туҙан — мөлкәте...

Әммә лектор яба ауыҙымды:

“ — Бер улмы ни заман имгәге?

Миллионлаған ватандашың — фәҡир,

Күпме ҡәрҙәштәрең асҡа үлә...

Сереп ята илдең икмәге...”

 

Кисерһендәр мине ветерандар.,

Ғәфү итһен Рәсәй илгенәм,

“Бөтәһе лә һәйбәт, ал да гөл!” — тип,

Күҙ буяп бит килдек гел генә.

Бөтәһе лә күрә, белә, аңлай,

Тик асыҡлай алмай үҙенә,

Һорау ҡуймай:

“Кемгә бил бөгәм мин?

Үҙәккәме? Әллә үҙемә?..”

Бер нимәгә яуап биргең килмәй,

Уйлағың да килмәй алдағын.

“Бөтәһе лә һәйбәт!..” тигән иптәш

Һине матур ғына алдаған...

Ғәйеп ул түрәлә түгелдер ҙә,

Булғанда ла яурын уҡалы.

Хикмәт, туған, күберәк үҙебеҙҙә —

Ғәмһеҙлектә, булыу йоҡола.

 

“Был — башҡорт бит!” — тиеп

Һинең өсөн

Тейешме ни кемдер уйларға?

Башһыҙ булһаң, яза үҙ-үҙеңә,

Ете ҡат тиреңде тунарҙар.

Һин башҡортһоң икән,

Тартынмайса

Алдарыңа ҡаты шарт ҡуям:

“Мин уйларға тейеш!” — тип ятып кит,

“Мин булдырам быны!” — тип уян.

Башҡорт булған өсөн ожмах тормош

Ҡороп бирерҙәр, тип ымһынма,

Йәшәүеңә ҡыуан, эштән кинән —

Әжерҙәре ҡайтыр, ҡул һонма...

 

Кем әйткәнгә генә бахыр булма,

Заманыңа ҡарап батыр бул.

Башҡорт исемеңде һатыр булма,

Ауғанда ла

Урал ташын терәп ятыр бул!

Турайт башың, илдең бул ҡалҡаны,

Урал ҡаны беҙгә — ғорурлыҡ.

Алдан барһын таш ярырҙай холҡоң,

Тирең түгеп, ырыҫ урырлыҡ...

                  

5

 

Буран ярып барам.

Уйға ҡалам,

Бурандарҙың  була аҙашы:

Ҡар бураны.

                   Ҡом бураны.

                            Саң бураны.

                                     Дан бураны...

Туғанҡайым, башыңда ел уйнап,

Бурандарҙа аума аҙашып.

 

Ҡаршы торғаныңда йылдың-йылы

Тәбиғәттең ыҙғарҙарына,

Башым эйәм, Кешем,

Әл дә һин бар —

Ҡолаҡ һалыр ерҙең зарына,

Һарайҙарын илдең таҙартырға,

Бол табырға, төҙөр, бағырға,

Йән атырға һөйгән ҡатыныңа,

Күс өҫтәргә ырыу-затыңа...

 

Юғарыла, йылы урындарҙа,

Илде бутап, болғатыусыға

Йөрәк һүҙем:

  • Ирек бир һин берүк

Игенсегә, мал бағыусыға;

Ер хужаһы, ер кешеһе үҙе

Билдәләһен үҙе яҙмышын.

Һин бит уның йөгөн тартышмайһың,

Бурандарҙа ҡалһа аҙашып.

Ер кешеһе булып, һабан һөрөп,

Иген игеп ҡара — юл таҡыр.

Мал бағыусы булып, йәйен-ҡышын

Тиреҫ еҫкәп ҡара бер тапҡыр...

Татырһың һин шунда

Икмәк тәмен,

Тир әсеһен,

Тормош ғазабын;

Асырһың бер ябай фәлсәфәне —

Крәҫтиәндең асыл баһаһын!..

 

Буран кейер бер мәл ауыҙлығын,

Шашмаһын тик ирҙең эреһе.

Ҡар ҡатыһын яҙҙар иретер ул,

Бәғер ҡатылары иреһен.

Ас бурандар хәтәр олой әле

Бәғзе идаралар эсендә.

Туңдыра ла йәнде, ҡороштора,

Буйһондора хаким көсөнә.

Сонторланыр бер мәл ҡар бураны,

Баҫылырмы эстә үс, буран?

Үс-мәкерҙәр бурап-буташтырһа,

Уй яралмай аңда, хис ҡорой.

 

Далан өсөн кешем ҡырталаша,

Дала ҡосағына ҡоларҙай.

Ә ҡараһаң:

Ҡырыҫ дала үҙе

Моңдо, наҙҙы имә уларҙан.

Мәрхәмәтен көтөп тыуған ерҙең,

Салҡан ятһа дала балаһы,

Ер әйләнер бирән, ас ҡорһаҡҡа,

Ҡыуан ел елгәрер ҡамғағын.

Теңкәләр ҡороно, йыя-йыя,

Утҡа аттыҡ кипкән йомғаҡты.

Яҙмышыбыҙ шуға оҡшай яҙҙы...

Музейҙарға тыҡтыҡ ҡамғаҡты.

                  

6

 

Замандарҙың хәтәр буранында

Күпме аҫыл йәндәр ҡыйылды...

Һындырҙы ул күпме ҡурайҙарҙы...

Осорҙо ел күпме йырымды...

 

Аҡ далалар өҫтө зыңлап тора —

Һыҙат-һыҙат буран юлдары.

Юҡ, ул түгел, буран иңрәүҙәре,

Ул халҡымдың күңел ҡылдары.

Зыңлап ята дала.

Дағалары

Ятып ҡалғанғамы аттарҙың?

Тулғанғамы еҙ башаҡлы уҡтар,

Юғалтҡанға ғәййәр заттарҙы?

Дала өҫтө нур тартылған төҫлө,

Күңелгә саф яҡты һирпелә.

Ырыҫ өсөн дала — космодромдай,

Күкрәге лә, мәғрүр күрке лә...

 

Ҡотороноп буран аҡ билбауын

Берсә урай, берсә тағата.

Артыш еҫен,

                   башҡорт балы еҫен

Киң йыһанға йомарт тарата.

Эй ҡайыҙлай утлы сыбыртҡыһы

Сей яраға ҡалған еремде!

Һепереп түгә йәп-йәш ғүмерҙәрҙе...

Күпме һаҡлар кешем түҙемде?..

 

Юлға сыҡһам, әсәй иҫләр ине

Мәһәҙейҙе — мәрхүм яҡташты.

Уның һыны күпме бурандарҙа

Миңә өмөт уты яғышты.

Буран үтәһенән ут эҙләгән

Онотаһы түгел яҡташты.

Ҡай саҡ мине тормош буранында

Мәһәҙейҙең рухы яҡлашты.

Әсәй мәңге һорар ине юлдан:

“Иҫән генә ҡайтар баламды...”

Еркәйемә бауыр баҫып тыңла:

Илаһа, ул буран ғына илай,

Күкрәккәйе зыңлай даламдың...

                  

7

 

Юлым ҡайырҙы ҡайтыуға. Далам оҙата.

Алда әле ос-ҡырыйһыҙ аҡ бушлыҡ ята.

Ҡапыл ғына юл ситендә ҡоштар күренде —

Ҡыр тауыҡтары барында буран һүренке.

Ҡышлап ҡалған орлоҡтарға ҡоштар кинәнә.

Һунар тыйылған уларға беҙҙең тирәлә.

Һыйындылар аҡ ышыҡҡа — һырынтыларға,

Буран үтә зәңгәр яҙҙың йырын тыңларға.

Ҡанат йәйҙе хәтеремдә йәшлек дуҫтарым —

Ҡылған илен төйәк иткән дала ҡоштары:

Туғаҙаҡтар, ағуналар, торна, көйөлдө,

Ҡауҙылар... Килеп тығылған йотам төйөндө...

Уларҙың ҡанлы ҡанаты телә күңелде,

Гүйә, ҡоштар сал далама тереләй күмелде...

 

Баштарыбыҙ саҡ күренә аҡ ҡылған аша,

Туғаҙаҡтар хәл һораша күҙ йәше аша!

Сумып ҡылған диңгеҙенә, боҫоп-йәшенеп,

Һаҡ ҡоштарға яҡынлайбыҙ, ергә үк шиңеп.

Көмөш ҡылған ҡосағында әкиәт ҡошон

Ерем яралтҡан, хыялға нур-төҫтәр ҡушып...

Хәүеф шәйләп, урап осоп, төшә туғайға.

Йүгерәбеҙ арттарынан: — Туҡта, туғаҙаҡ!

— Туҡ-та-а, ту-ға-ҙаааҡ!

Бала саҡтан талпынышып, хәтер күскәнгә,

Дала сайҡай һағышымды буран кискәндә.

Ҡот ҡайта ҡабат далама, — күңел һөйөнә.

Дала йырын мөңрәп барам буран көйөнә:

“Иҫән генә ҡайтам, тиһәң, ай, өйөңә, ау...

Ойоп китмә аҡ бурандың, ай, көйөнә... ау...”

                           

8

 

Аҡ юлдарҙы айҡап үткән һайын

Фажиғәнән ҡуя йән әсеп,

Күҙ асҡыһыҙ буран эстәрендә

Ут эҙләйме һаман Мәһәҙей?

Эҙләп йөрөйҙөр ул һаман булһа

Кешеләрҙән иҫкән йылыны?

Уты бөткәс йәндә бәндәләрҙең,

Туң кәбәнгә ҡалған һыйынып...

Буран — яҙҙың көйһөҙ хәбәрсеһе,

Холҡһоҙланып эште боҙғолай,

Юғалтҡандар өсөн уяулығын

Аҙап самаларҙан уҙғылай...

 

Тәбиғәттең хәтәр һынауында

Һынмаҫ, кешем, бошмаҫ, бирешмәҫ.

Беше уҡтай тора атылырға,

Һайлап һалынғандай керешкә.

Бурандар ҙа һуңғы йырын йырлар,

Селлә сығыр,

                   уҙыр “Бишҡунаҡ”.

Буран ҡояшының һулышынан

Керпегемә көмөш һөңгө ише

Боҙҙар бер юғала, бер ҡуна...

Боҙҙар бер яна ла бер туңа...

                                               2003-2005.