Фани донъя. Таң

Таң

 

Таң төн үтеп, көн яҡтыһы моронлауы,

Хәүефтәрҙең ғүмеркәйгә оронмауы;

Мөхәббәттә йәнә ләззәт татыуыңа

Өмөттәрҙең селпәрәмә ҡыйралмауы...

 

1

 

Ҡара бальзам аҡ ғүмергә йән өрҙө,

Тамырҙарым буйлап ал ҡан йүгерҙе.

Дәрт тигәнең, һай, ярыҡтыҡ, етеҙ ҙә:

Һөйгәнемә һөйөнсөләп өлгөрҙө...

 

2

 

Ҡайнай ҡаным, урғыла дәрт тамырҙа,

Һылыу килер, һөйгән йәрен табыр ҙа.

Һылыу ирер, ирендәрен һурғанда,

Ҡосағыма аҡ балыҡтай ҡарпыр ҙа...

 

3

 

Талпынғанда  күңелеңдә  хистәрең,

Ос һин, дуҫҡай, минең янға кистәрен.

Бәлки, миндер — һинең ярты йәнкәйең,

Шуны тоймай китеп барһаң, нишләрең?..

 

4

 

Бөгөн  күрәм: сөмбәй күктә тулған ай

Яңғыҙлыҡтан  иләҫ-миләҫ  моңая,

Йәшлектәге эргәм тулы йондоҙҙар

Ҡайҙа китеп бөттөләр, тип   тулғана.

 

5

 

Йәп-йәш инең күктә айҙай ҡалҡҡанда,

Йондоҙҙарға тәкәббер күҙ атҡанда;

Матурлыҡта үҙеңә тиң тапманың,

Ни уйланың сафлығыңды һатҡанда?..

 

6

 

Шатлан, әйҙә, уйна ла көл,  типтер ҙә,

Хафаланып уйлама бер ниҙе лә —

Рәхәтлектәр томан кеүек таралыр,

Күҙ һирпкәнсе, Ваҡыт еле иҫер ҙә.

 

7

 

Шатлана   ла   уйнап-көлә   алмайым,

Сөнки  донъя  асылын  мин  аңланым:

Изгелек тә,  яуызлыҡ та  бер  сама,

Беҙ йәшәйбеҙ яҡшылыҡҡа алданып.

 

8

 

Нимәгә хәжәт ул әҙәп йыртҡысҡа,

Йыртҡыстарҙың ҡанун ҡаты, бик ҡыҫҡа:

Талау, көсләү, ҡандырыу үҙ теләген,

Унан ауыу ғәмһеҙ, харам бушлыҡҡа.

 

9

 

Донъялыҡта йүнле бәндә бөтмәгән,

Шөкөр, улар йәнен золом тетмәгән.

Йәннәт менән тамуҡ ике арала, —

Ярай, тәңре ҡыл күперҙе һүтмәгән.

 

10

 

Күршең ниҙәр эшләһә лә эшләһен,

Күҙең улай артыҡ күпте күрмәһен,

Ҡолағыңа шыпырт тауыш кермәһен,

Ике йөрәк үҙ мәйелен эҙләһен.

 

11

 

Булмаһам да, улар ни йәшәр ине,

Бирмәһәм  дә,   зәмзәмде  эсер  ине.

Инмәһәм  дә,   ҡорғандар  төшөр  ине,

Мамыҡ түшәк һылыу ҡыҙ түшәр ине...

 

 

12

 

Зөһрә йондоҙ, мин бит һинән һөйөлдөм,

Йыһан ҡыҙы өсөн күпме өҙөлдөм,

Бер мәл килеп хистәремдән төңөлдөм,

Ҡанатымды утта өттөм — еңелдем.

 

13

 

Үттеләме янып-шашып яратыу,

Таң йондоҙо хозурына йән атыу,

Ҡалды бары  күңелдәрҙе алдатыу,

Татлы һағыш менән йәнде ҡанатыу...

 

14

 

Мөхәббәттән төшкән  ҡара ҡарғышты

Ағартырмы ғүмеремдең ҡар-ҡышы...

Ҡыш тип тормай сәскә атты тамсы гөл,

Иретергә йөрәгемдә ҡурғашты.

 

15

 

Мөхәббәттең алдым күпме ҡарғышын,

Хистәремдә  ишәйҙеме  ялғышым,

Башҡа төшһә һөйгәндәрҙең рәнйеүе,

Ҡотҡарырмы сауаптарым-алғышым?..

 

16

 

Башы ҡайҙа һин ташлаған был остоң?

Аяҡлаған еп ысҡынды ник устан?

Һин — осонан,  мин  башынан тартҡылап, 

Сеймәлде еп, туҙҙы йомғаҡ — ҡот осто...

 

17

 

Изге бер ни ҡалманымы бөгөнгә,

Беҙ — әҙәмдәр — гонаһлымы ғүмергә...

Һуң үҙебеҙ күскәндә баҡый йортҡа,

Ниндәй иман ҡалдырабыҙ был ергә?..