Гөбөрлө

Гөбөрлө

 

Казактар ята лагерҙа

Гөбөрлөнең туғайында.

Казарманың һаҫығынан

Ҡотолғанға һалдаттар шат.

Позициянан буш ваҡытта

Кем һыу инә, кем кер йыуа,

Ҡайһы шунда балыҡ тота,

Бәғзеләре йыуа йыя.

Яҡында башҡорт ҡыуышы,

Йылғаның матур ярында.

Унда — ҡатыны Ҡарастың,

Улы һәм ағайы Харрас, —

 Килгән улар ҡунаҡҡа тип,

Ҡарас хәлен белмәккә тип,

Һалдат бахырға ял да юҡ,

Ҡайтыр ине — әмер ҙә юҡ...

 

Йәйҙең йәмле, хозур сағы.

Гөбөрлөлә — таң һарыһы,

Үҙәндәрҙе томан япҡан,

Үләндәрҙә ысыҡ ята.

Йылға буйын яңғыратып,

Ҡурай уйнай Харрас ағай,

Ҡурай әкрен иңрәп ҡуя —

Уяна ҡыр, уяна тау.

Ҡурай ҡапыл сыңрап ҡуя —

Тирбәлә гөл, сайҡала тал.

 

Ҡурай тауышын ишетеп.

Тарас сыҡты палатканан,

Һиҙгер йәнгә күп кәрәкме —

Башҡорт моңон танып алған.

Тарасты таң әсир итте:

Йәшелгә төрөнгән донъя.

Һандуғас түгелеп һайрай,

Йоҡоһоҙ ҡарт ҡурай уйнай.

Ә алыҫта — күкһел тауҙар,

Зыңлап ятҡан сикһеҙ дала,

Көтөүселәр яҡҡан усаҡ...

Барыһы ла моңға ғашиҡ,

Йән иретер көйҙө тыңлай,

Йәшәү мәшәҡәтен уйлай,

Ырыҫына өмөт юрай.

 

Тарас ҡарап тора әрнеп,

Башҡорттарҙың хәлен күреп:

“Бигерәк меҫкен йәшәйҙәр...

Хәйер, бөтә Рәсәйҙә лә

Шундай уҡ хәл, шул йолҡошлоҡ.

Башҡорто ла, ҡырғыҙы ла,

Үҙебеҙҙең хохолды ал, —

Кем ирекһеҙ, малһыҙ, ерһеҙ,

Шуға көн юҡ — байғош, телһеҙ.

Башҡорт — тәбиғәт балаһы,

Йыуанысы — ҡурайында,

Яҙын-йәйен гиҙә дала,

Ер-һыуынан моң, йәм таба...

 

Хәрби уйындары бөткәс,

Һалдаттар төштө йылғаға.

Балыҡ һөҙөргә тотондо

Бер төркөмө, йылым табып.

Балыҡтың сыға төрлөһө:

Суртаны ла, сабағы ла,

Бәрҙеһе лә, бағыры ла...

Йылымдың тоғонда бер мәл

Килеп сыҡты...  гөбөргәйел.

 

Тарас:

Ошо йәшемә етеп тә

Был йәнлекте юҡ күргәнем.

Бына ниндәй икәнһең һин —

Оҙаҡ йәшәр гөбөргәйел!

Ҡарас, ҡара әле, ниндәй

“Алтын балыҡ” ҡапты беҙгә!

Таш ҡапсыҡлы был баҡанан

Таш быуаттар еҫе килә.

Тәүтормоштоң үҙенән үк

Йәшәй микән бында мәхлүк?..

 

Ҡарас:

Шулайҙыр, был йылғаның бит

Исеме үк әйтеп тора —

Гөбөрлө, тимәк, был һыуҙа

Күптән йәшәй ташбаҡалар.

 

Тарас:

Әйҙә, анау балыҡсынан

Һорайыҡсы, бәлки, әйтер

Нисә йәштәрҙә икән был

Беҙ ҡаптырған гөбөргәйел?

 

Ҡарас (ҡарт балыҡсынан):

— Олатай, белһәң һин белерһең

Бынау гөбөргәйел йәшен.

Байтаҡтанғы күренә ул,

Һырты ылымлыҡлы, йәшел.

 

Балыҡсы ҡарт:

Ер яратылғандан бында

Йәшәй тиҙәр гөбөргәйел,

Һеҙ тотҡаны бик ҡарт түгел,

Сама менән бер мең йылдыр.

Бында улар күпләп үрсей,

Гөбөрлөнөң һыуы таҙа.

Бер зыянһыҙ мәхлүк бит ул,

Халыҡ уны изге һанай.

 

Тарас:

Бына был ғүмер, исмаһам!

Шул дәүерҙә ерҙә күпме

Фажиғалар, яуҙар уҙған,

Ә уға бер ни булмаған...

Ҡарас, әйҙә, уны ҡабат

Ебәрәйек йылғаһына,

Йәнә бер нисә йөҙ йылды

Йәшәһен үҙ донъяһында.

Шаһит улың,

Берәй заман —

Егерменсе быуаттарҙа —

Беҙ тотҡан гөбөргәйел, тип,

Һөйләр ейән-балаларға.

 

Ҡарас:

Самат улым, ишеттеңме

Олатайың әйткәндәрҙе?

Бына күр, гөбөргәйелде

Хәҙер кире ебәрәбеҙ.

Изге йән ул, әйҙә, һыуҙа

Йәшәй бирһен, күпме теләй...

 

Автор:

“Йәшәй бирһен, күпме теләй...”

Ниндәй ихлас теләгегеҙ!

Ниндәй мәрхәмәт йәнле һеҙ!

Киң күңелле әҙәмдәр һеҙ!

Ҡарас олатай,

Ейәндәрең

Ат йөҙҙөргән ятыуҙар юҡ,

Гөбөргәйел түгел, хәҙер

Ҡармаҡларлыҡ балыҡ та юҡ.

Ағыуҙарҙан дөмөктө инде

Һеҙҙе күргән гөбөргәйел.

Һеҙгә ғәжәп тойолалыр,

Беҙгә бер ҙә сәйер түгел,

Тәбиғәтте —

кәмемәҫ тә,

ҡоромаҫ та,

һүрелмәҫ тә,

Һис ярлыланмаҫ күрҙек тә —

Бына уның һөҙөмтәһе!

Бөтәһенә беҙ — әҙәмдәр —

Сәбәпсе лә, ғәйепле лә.

Шуға белеп булмай:

Кемде

Тарттырырға хөкөмгә лә.

Яңынан бер йөҙ йылдан һуң

Нимә ҡалыр Гөбөрлөнән?..

Эх, тәбиғәт — бишегебеҙ

Булһын ине ғүмерлерәк

Үҙәбеҙҙән бик-бик күпкә! —

Ҡалһын килер быуаттарға,

Ғиффәтле булмағанда ла

Әлеге матурлығында.

Нимә әйтер улар, уҡып,

Тарас бабай, һин яҙғанды?

Ни тиерҙәр, йырлағанда,

 Ҡарас олатай, һинең йырҙы?

Ярай ҙа бит — ишетмәһәк

Бары ҡәһәр, үпкә һүҙе...

 

Кисеп сыҡҡас Гөбөрлөнө,

Әрнеүҙәргә булмай түҙеп:

Һеҙгә шаһит гөбөргәйел

Хыялымда йөрөй “йөҙөп”...

 

Талау

 

Батша хәҙрәттәре Салауаттың

Оло яуын ҡаты баҫтырғас,

Башҡорттарға ауыр яһаҡ һалған:

“Баш күтәреп бүтән яҫҡынмаҫ...”

 

Шул яһаҡты йолҡоп алыр өсөн

Ғәскәр сыҡты Яман ҡаланан

Үҫәргәндең Ялан Мәмбәт йортон

Эҙләп йәйрәп ятҡан даланан.

 

Отряд башы

Юл күрһәткес итеп

Алды үҙе менән Ҡарасты,

Ҡарас иһә уны өгөтләне

Алырға тип бергә Тарасты:

— Ул хохолдың бик тә күҙе осло.

Хәтере шәп. Юлды ныҡ иҫләр.

Офицер ҙә аҙаҡ риза булды:

“Аҡыллы һүҙ һөйләй был иҫәр...”

 

***

Хәтәр хәбәр ҡапыл һиҫкәндерҙе

Йоҡомһорап ятҡан ауылды,

Обжор[1] командаһын ҡаршыларға

Күтәрелде нәфрәт дауылы.

 

Мәсет эргәһендә, йыйын йыйып,

Батша фармандары уҡылды.

Ҡорт иләүе кеүек гөжләп, мыжғып,

Халыҡ таралышты: “Суҡынһын!..”

 

Старшина, һалдаттар эйәртеп,

Өйҙән өйгә йөрөп ат йыйҙы,

Ат бирмәгәндәрен ҡан илатып,

Малын алды, иген, бал йыйҙы...

 

Байҙар иһә, ҡапҡаһын киң асып,

Ҡаршы ала, йөҙө — ҡәнәғәт,

Йәнәһе лә: “Бына мин бер ни ҙә

Йәлләмәйем илдән, йәмәғәт!”

 

Йәлләмәҫ шул:

Кәртә, буралағы —

Тир-ҡан түгеп тапҡан мал түгел.

Һәм аңлай ул:

Батша хәҙрәттәрҙән

Йөҙ бороу һис уға дан түгел.

 

Ә ярлыға —михнәт

Ауыҙын асһа,

Күренергә тора үпкәһе.

Ундайҙарға:

“Бола күтәрҙең!” — тип,

Иҫкә төшөрҙөләр үткәнен...

 

Һиҙҙе Тарас:

Халыҡ нәфрәтләнде

Был талауға, бындай яһаҡҡа.

Тик түҙҙеләр, әгәр ҡаршылашһа,

Нығыраҡ аласаҡтар яңаҡҡа.

 

Ул ғынамы —

Тартҡылашҡан өсөн

Батша бөгөн яза бирмәһә,

Бунтарҙарҙы иртән ҡулға алып,

Серетәсәк башын төрмәлә...

 

Ҡара янды Ҡарас, бик бошондо:

Тыуған яҡта ҡаза ишәйҙе.

Таныш-белеш уны күреү менән

Ризаһыҙлыҡ тағы көсәйҙе:

 

— Атаҡ-атаҡ, мынау Ҡарас һалдат

Эт өйөрөн эйәртеп ҡайтҡансы!..

Үҙ яғына, мәлғүн, һөсләтмәһә

Булмай микән, күҙе сыҡҡансы...

 

— Һултасына[2] апҡайтһасы ана,

Был тиклем дә туплы мауыҙҙы,

Туған-тыумасаһы ҡыуыр ине

Бысраҡ таяҡ менән яуызды...

 

— Ҡыумай торһон әле таяҡ менән,

Таяҡтары тейер үҙенә,

Ҡарастың бит бында ғәйебе юҡ,

Ҡушҡан ергә һалдат йүгерә...

 

Хәҙер инде Ҡарас был сәфәргә

Сыҡҡанына үҙе ғәрләнә:

“Унтер ҡушҡас, шундуҡ риза булды,

Юлды белә берәү йәнә лә.

 

Юлды һинһеҙ тапмаҫтар инеме,

Бармай боролорҙар инеме?

“Үҙ илеңде талап ҡайтыр кәрәк,

Һиндәй батыр кәрәк!” — тинеме? —

Ер упһасы миндәй тилене!..”

 

Ләғнәт, йәбер һүҙе ишетә-ишетә,

Ҡайтыр яҡҡа отряд ҡуҙғалды.

Ауылына инеү ҡайҙа! — Ҡарас

Талаусы данынан оялды.

Өҙгөләнде, сәбәләнде һалдат:

— Был хурлыҡҡа нисек түҙергә?

Тарас, инде нисек күренермен

 Яҡташтарҙың ҡайтып күҙенә?!

 

Тарас:

Бына шулай инде һалдат хәле,

Өлтөрәп торһаҡ һәр бер фарманға.

Бөгөн — йәбер,

Ә иртәгә — әмер:

Халыҡҡа ут төбәп атырға.

Шуны үтәй һалдат,

Үтәмәҫкә

Ҡыйыулығы етмәй, аҡылы.

Сараһы юҡ.

Сөнки ул атмаһа,

Үҙен атасаҡ бер һатлығы.

 

Ҡарас:

Ә бына һин, Тарас, үҙең нисек,

Уҡымышлы кеше, даның шәп,

Крәҫтиәндең хәлен бик аңлайһың,

Хөкөм иткән һине падишаһ; —

Үҙең нисек, әгәр унтер әйтһә,

Нишләр иңең, ҡулың барыр микән,

Атып үлтерергә кешене?

 

Тарас:

Юҡ, мин атмаҫ инем бер кемгә лә,

Әйтә алам йоммай күҙемде,

Илгә ут төбәһәм, алла һуҡһын,

Үлтерһендәр әйҙә үҙемде.

 

Ҡарас:

Һин атмауың менән эш сығамы,

Бүтән ата, үҙең әйтмәксе,

Һалдат — һарыҡ инде,

Башлыҡ ҡайҙа

Ҡушһа, китә хәле бөткәнсе...

 

Тарас:

Бына шуға ярлы-ябағаға

Булыу кәрәк тә бит бер төптән,

Халҡы өсөн берҙәм ҡалҡҡандарҙы

Һөргөн түгел, үлем өркөтмәй.

 

Беҙҙә иһә берҙәм булыу ҡайҙа?! —

Һәр кем үҙе йәнен ҡайғырта,

Һөйрәп барған яҙмыш йөгөн дә ул

Үҙ яғына ғына ҡайырта...

Дала бураны

 

“Ҡышҡы дала — холоҡһоҙ бала”,

Белеп әйткән боронғолар.

Әле генә аяҙ күкте

Ҡаплап алды ҡараңғылыҡ...

Буран ҡупты.

Күҙ асҡыһыҙ

Ҡот осҡос дала бураны.

Әйтерһең, ен бар донъяны

Аҡ кәфен — ауға сорнаны.

 

Бер ни күрер әмәл дә юҡ,

Тирә-яҡта — ап-аҡ бушлыҡ.

Юҡ, ул бушлыҡ түгел — дауыл,

Эсе тулы мәкер, хаслыҡ.

 

Буранда далала ҡалыу —

Яҙмышыңда һирәк һынау.

Шул һынауҙы күпме юлсы

Еңеп сыға алмай һына...

 

***

Ас дауыл йыға аяҡтан,

Аттар инде хәлдән тая.

Ә офицер ашыҡтыра,

Ул да хәтәр хәлде тоя.

 

Ҡарас түҙмәй һөрәнләне

Алда барған ылаусыға:

— Атты ебәр үҙ яйына,

Хайуан үҙе алып сыға!..

 

Бер аҙҙан юл да юғалды.

Аттар атламаҫ булдылар.

Ыҡлап ҡына бара торғас,

Туҡтап, елгә арт борҙолар.

 

Күренмәй күрше ылау ҙа.

Һалдаттар төштө сананан.

Асыуы килгән офицер

Бөтөнләй сыҡты саманан:

 

— Казак Шаҡманов!

 Тор йәһәт!

Аттарың ниңә туҡтаны?

 Төрмәлә серегең йәки

Үлгең киләме туҡмалып?!

Ҡамсыһы менән киҙәнеп,

Ҡарастың һуҡты башына!.

Сайҡалды әллә Сусаҡтау?

Йәшен аттымы ташына?!

 

— Нимә өсөн алдыҡ һине

Бындайын әжәл юлына,

Йоҡларғамы ҡырын ятып,

Уранып йылы туныңа?

Ҡайҙа осло күҙле хохол?

Тиҙ генә юлды табығыҙ!

Аттар ситкә тайпылмаһын,

Бер-береһенә тағығыҙ!..

 

***

Ахырҙа бөтә ылауҙы

бер тирәгә туплағандар.

Буран тынғанды көтөргә

бер үҙәктә туҡтағандар.

Саналарҙы теҙеп-теҙеп,

ҡуйғандар түңәрәк яһап.

Аттарҙы туғарғандар ҙа

ҡуйғандар уртаға ябып.

Һалдаттар, ҡар өңөп инеп,

ятҡан сана ышығына.

Тарас менән Ҡарас ҡына

тейеш булған ашығырға:

Тирә-яҡты байҡаштырып,

берәй ауылды эҙләргә,

Яҙмыш тиһәң — яҙмыш инде,

бурыс төшкән был икәүгә…

 

Ярып йыһан ҡапҡаларын,

Ысҡынғанмы дауыл бәйҙән?!

Хәтәр сәфәр!

Был икәүҙе

Ниндәй ҡөҙрәт алға әйҙәй?

Инсафлыҡмы,

Тоғролоҡмо,

Тәүәкәллек юл ярыша?

Буран менән түгел, улар

Ҡанһыҙлыҡ менән алыша.

 

Ҡарас менән Тарас атлай

Билдәһеҙлек ҡосағына,

Еңмешлектең елкәнендә —

Изгелектең усағына.

 

Ғүмерҙәре — тотош хәүеф:

Күҙ менән ҡаш араһында.

Халыҡ — бәйет,

Батша ғәйеп

Яҙыр улар тураһында.

 

Икеһе лә — халыҡ улы,

Ватандары уртаҡ — Рәсәй.

Береһе уның — шағир, рәссам,

Икенсеһе — йырсы, сәсән.

 

Ас халыҡтан тыуған талант

Батшалыҡҡа булған хафа.

Шул һәләттән

Талант үҙе

Шатлыҡ түгел,

Күргән яфа.

 

Улар өсөн кем илаһын,

Туған-тыумасанан башҡа.

Сәсән менән шағир үлһә,

Иркен һулар бары батша…

 

Йәбер... Иҙеү... Бығау... Төрмә…—

Ғүмерҙәре хаҡы микән?. .

Сәсән менән шағирҙарҙың

Ҡасан юлы таҡыр икән?..

 

 

 

***

Тарас өндәшә дуҫына:

— Бына төштө башҡа бәлә!

Табырбыҙмы берәй ауыл?

Әжәл беҙҙе табыр мәллә?

 

Был буранда ауыл эҙләү —

Бойомға ашмаҫ бер буш йөрөү.

Әле ауыл эҙләү түгел,

Ғәзиз йәнде һаҡлау зарур.

 

Йәнләнә төштө Ҡарас та,

Тик ул икенсе ҡарашта:

— Бынан да уңайлы сәбәп

Тағы ҡасан сығыр ине?!

Тарас дуҫҡай! Отрядтан

Ҡасыуыбыҙ шулдыр инде.

 

— Ҡасып ҡайҙа бармаҡ кәрәк?

Алдыңда — буран ауҙары.

Бер рәхәте — михнәттәрҙән

Ҡотолорға бар яйҙары.

 

Тик аҙаҡ йыйып алмаҫтар

Беҙҙең аҫыл һөйәктәрҙе,

Баштарыбыҙ ҡайтып ятмаҫ

Тыуған тупраҡ-төйәккәйгә.

 

— Аҙашмабыҙ, ҡурҡма, дуҫҡай,

Бурандың да көнө тарҙыр.

 Аҡ бурандар аръяғында

Ҡояшлы йәйләү ҙә барҙыр...

 

— Күҙең бәйле көйөнсә лә

Далала һин — үҙ өйөңдә.

Шуға беҙҙе өмөт менән

Отрядтың көтөүен дә

Беләһең һин, Батыр йөрәк!

Тик миңә бит ирек кәрәк!

 Украйнала ғазап сигә

Ялсылыҡта туғандарым,

Уларҙы мин ҡалайтайым? —

Улар минһеҙ һәләк булыр,

Мәңге ирек алалмайса.

 

— Ошо мәлдән беҙ — ирекле!

Һин үҙеңә үҙең хужа.

Ни теләһәң, шуны эшлә,

Рәхәт йәшә, күрмә нужа!

 

— Ҡарас дуҫым,

Аңла зинһар,

Миңә йәшерен ирек түгел,

Миңә рәсми ирек кәрәк! —

Тыуған ерле, һыулы, күкле,

Украйналы, Днепрлы,

Табанымды иркәләрлек

Булһын ине үҙе ерем;

Бисәкәйем, балаларым,

Яр башында үҙе өйөм...

 

— Тарас дуҫҡай!

Ихлас әйтәм,

Беҙҙе бер ни тотмай хәҙер,

Дүрт яғыбыҙ — ҡибла инде,

Эҙләһәләр, яуап әҙер:

Буранда аҙашып үлде.

Ҡасырға иң уңайлы мәл,

Күпме көттөм мин был көндө!

Ауылдарҙа йыйырбыҙ хәл,

Китеп Яйыҡтың үренә,

Йән яратҡан эш табырбыҙ,

Туплап дуҫ-иш, ат вә ҡорал,

Ҡәлғәләргә үрт һалырбыҙ!..

 

— Эй дыуамал баш һин, Ҡарас,

Ғәйрәттәрең ташып бара.

Миңә ҡалһа, бар Рәсәйҙә

Буран тулай, ҡоторона.

 

Ҡайҙа барма, беҙҙең юлда

Күҙәтселәр, һаҡтар тора.

Был — яҙмыш ул беҙгә тигән,

Борондарҙан шулай килгән.

Ә яҙмыштан мөмкин түгел

Ҡасып ҡына ҡотолорға...

 

— Эх, Тарас,

Хәсрәттәш дуҫым!..

Уйлаһаң, уйҙан уйылып,

Башты ташҡа ороу ҡала.

Әсәм миңә әйткән ине:

“Маңлайыңа ни яҙылған —

Күрерһең, ти, шуны балам!..”

 

Туржы буйы ҡыҙырым сейә,

Сейәләре тулған һутҡа.

Бер йырлап та ебәрәмен

Эскәйҙәрем тулы утҡа...

 

Түҙгән түш ейгән, тиҙәрме,

Түш ейергә насип булмаҫ.

Далала дуҫтар ҡалғанда

Әрмеләрҙән ҡасып булмаҫ...

 

***

Ап-аҡ дала.

Икәү бара

Буран менән яғалашып,

Әсе яҙмышҡа үс итеп,

Өмөт менән туғанлашып.

 

Дала һаман — ярһыу бушлыҡ,

Юлсы өсөн — мәкер, хаслыҡ.

Әммә икәү йөрәгендә

Тере әле хистәр, сафлыҡ.

 

Нимә уларға сәм бирә:

Әллә ирлек намыҫымы?

Әллә алыҫ олатайҙарҙың

Илгиҙәрлек һағышымы?..

 

Ике еңмеш алға бара,

Ҡарҙа тәрән эҙ ҡалдырып.

Ҡарҙа түгел,

Хәтерҙәрҙә

Юйылмаҫлыҡ ут яндырып...

 

[1]  Обжор командаһы тип яһаҡ йыйып, халыҡты талаусы хәрби отрядты атағандар.

[2] Һултас – ауыл исеме.