Сапҡын

Сапҡын

 

Йондоҙ астым!

Мин бер йондоҙ астым,

Астрономдар уны юллаһын.

Туҡта,улар эҙләй торһон, ә беҙ

Атҡарайыҡ исем йолаһын.

 

Эй, сапҡындар!

Йондоҙ — һеҙгә булыр,

Һәм бирәмен шундай батаны:

Сәфәрҙә ул һеҙҙе ҡурсалаһын —

Сапҡын йондоҙо тип атаным.

 

Ат етмәгән ергә хат илткәндә,

Уҙғанда һеҙ михнәт-юл һыҙып,

Йөрәкһетеп,

алға тартып торор,

Юл яҡтыртып Сапҡын йондоҙо…

Йондоҙ астым!

Шундай йондоҙ астым,

Сапҡындар! —

Юл асыҡ төноҙай...

Һине нисек эҙләп тапҡанымды

Бәйән итәм,

Сапҡын йондоҙо!..

 

Йомош төшөп,

индем бер ҙур йортҡа,

Күренмәнем, ахыры, олпатлы,

Мине ҡаршы алған етди иптәш:

“Һеҙ курьермы?” — тиеп туҡтатты.

Коридорҙан уҙам,

һүҙ таба алмай,

“Һеҙ курьермы?” — Тауыш артымдан

Һаман килә бер иле лә ҡалмай...

Йөрәк әйтә:

“Үт, үт, тартынма!..”

 

Ниңә әле ҡасам мин был һүҙҙән,

Был һорауҙа ниндәй яҙыҡ бар?

Курьер булыу ғәйепме ни беҙҙә,

Һәр һөнәрҙә йәм бар, ҡыҙыҡ бар.

 

“Курьер, курьер...

Күр ер, гиҙ ил,

Аяҡтарың талмаһын.

Был донъялар — үтер бер йәм,

Үкенескә ҡалмаһын...” —

Тип таҡмаҡлап,

йыуанмаҡсы булам,

Ишетелгән һүҙҙән түбәнһеп.

Алҡымымдан ниңә ғәрлек быуҙы,

Сығып киттем ниңә, үгәйһеп?..

Насар һүҙ ҙә ишетмәнем буғай,

Ә ниңә һуң күңел бөлөндө?

Курьер,

тимәк, мин —

бер сапҡын булам,

Атлы йомошсоһо илемдең?..

 

Сапҡын!..

Ҡапыл был һүҙ күңелемдән

Үтте өйөрмәләр ҡалҡытып! —

Төн ҡараһын йыртҡан йәшен кеүек,

Бөтә яҙмышымды балҡытып...

 

Ҡайҙа барһам,

Ошо сәйер һорау

Яңғырап килә һәр дүрт тарафтан.

Йөрәгемде үтә өтөп ала

Тарих төпкөлөнән ҡараштар...

 

“Һеҙ курьермы?..” —

Унда ишетәм һымаҡ

Күкрәк ярып сығыр шат ауаз:

Сал тарихтан, ана, сабып сыға

Ҡамсат бүрекле сапҡын —

Салауат...

… Аҡ күбеккә батҡан Аҡбуҙында,

Оло яҙмыш артып иңенә,

Батшалыҡҡа ҡаршы, кәпәс ташлап,

Ирек даулай башҡорт иленә...

 

Быуаттарҙың ҡара ҡуйынында,

Ир-Салауат, булдың хаҡ сапҡын.

Көн яҡтыһын илтер өсөн илгә

Бүгәсәүҙәр менән яу саптың.

 

Дүрт юлда ла күрҙең:

Күпме михнәт

Халҡың үҙәгенә үткәнен.

Иҙел булып ташҡас күҙ йәштәре,

Бар Уралды яуға күтәрҙең.

 

Исемең, оран булып, елкендерҙе

Урыҫ, башҡорт, сыуаш, мишәрҙе...

Һәр йорт һиңә бер ат урынына

Эйәрләне дүртәр-бишәрҙе.

 

Ҡара төндә һин аҡ сапҡын инең,

Хәтәр юлда саптың төноҙай...

Яндың.

Әммә халҡың йөрәгендә

Ҡабыҙҙың һин Ирек йондоҙон.

 

Батшалыҡтың утлы суҡмарҙары

Ауылыңды ергә һеңдерҙе.

Һин ҡабыҙған ирек йондоҙон һуң

Кемдәр ҡаплап, кемдәр һүндерҙе?.

 

...Ил күгендә

Салауаттан ҡалған

Ошо йондоҙ яна,

янасаҡ.

Ҡара төндә ул —

аҡ сапҡын ине...

Аҡ сапҡындар мәңге ҡаласаҡ.

 

 

Сапҡын — хәбәрсе ул,

элемтәсе —

Ырыуыма ят бер эш түгел.

Һәр дәүерҙең тыуған үҙ сапҡыны,

Заманалар ғына иш түгел.

Ғабдулҡадир олатай сапҡын булған

Ырымбурҙа түрә ҡашында.

Сапҡын булған, йәнә шағир булған

Сәсән телле иле ҡаршында.

Күп сапҡан ул,

сығып Ырымбурҙан

Һаҡмар буйы башҡорт йортона.

Батша фармандарын үтәгән ул,

Хәсрәттәрен сәйнәп уртында.

Сапҡын булып ҡара — сәсән телһеҙ,

Булмай ҡара өлгөр хәбәрҙар.

Ут йотһа ла, ул сабырға тейеш,

Еткерергә тейеш йәбер-зар.

Еңеләйтеп ауыр ҡайғыларҙы,

Киләсәккә өмөт уятып,

Ғабдулҡадир сәсән,

яйын табып,

Әйтә белгән,

ғәмде тыңлатып.

 

Күп сапҡан ул —

Ғабдулҡадир сапҡын – 

Ырымбурҙан башҡорт йортона.

Заман әселәрен йота-йота,

Халыҡ зарын сәйнәп уртында...

 

Ыҙғар-рашҡы тимәй,

томан тимәй,

Дауыл тимәй һаман сапҡан ул.

Ҡош Юлдарын болот ҡаплағанда

Өмөт йондоҙона баҡҡан ул...

Һәм ул йондоҙ

юлда сапҡындарҙы

Алып сыҡҡан күпме бәләнән!..

Арнап үҙен изге вазифаға,

Сапҡын йондоҙона әйләнгән.

Аманаты ауыр булғанда ла,

Тәүәккәлләп төнөн,

юлһыҙ ҙа

Юлға сыҡҡан сапҡын...

Сөнки уға

Балҡып янған

Сапҡын йондоҙо...

 

“Һеҙ курьермы?..” —

Тауыш

(Уй-хистәрҙән

Онотолоп киткән сағымда)

Ҡайтара гел тормош асылына:

Минең посым — Байраҡ һағында!..

 

Ул Байраҡты,

Ҡыҙыл сапҡын булып,

Уралына, тыуған ауылына,

Олатайым Ғиләж алып ҡайтҡан

Петроградтан —

Ленин ҡулынан.

 

Ирек тыуы менән бергә олатай

Алып ҡайтҡан төпкөл  ауылға

“Революция!”

“Ленин!”

“Совет!” һүҙен,

Ҡалҡан итеп фетнә яуына.

 

Һәм уятып ярлы-ябағайҙы,

Йолоп алып кулак-иҙеүҙән,

Иҫке ерҙә яңы заман ҡорон —

“Таңатар” тип колхоз төҙөгән...

 

…Ҡыҙыл яугир Ғиләж олатайым,

Октябрҙең сапсан сапҡыны,

Дала күкрәгенән төндө ҡыуған,

Инҡилаптың матҡып ялҡынын...

Атлағанда тормош алҡынынан,

Сығып китһә әгәр юл яҙып,

Ирек тәғлимәте булып янған

Сағыу йондоҙ — Сапҡын йондоҙо.

 

 “Һеҙ курьермы?..” —

Тауыш тынғы бирмәй,

Күңелемде айҡап сыға ла

Шалун-шалун теҙеп күҙ алдыма

Ил кисергәндәрҙе сығара...

 

Беҙҙе ҡол итергә

Нисәмә йыл

Ҡоторғанда фашист шашынып,

Алғы һыҙыҡтарға,

Подпольеға

Кем һуң хәрби серҙәр ташыны!

 

Шул курьер бит —

Разведчиктан уяу,

Боландарҙан етеҙ елеүсе,

Ут аҫтына инеп,

фарман илтеп,

Еңеү серен алып килеүсе...

 

Салют сөйөп имен күгебеҙгә,

Данлағанда илем улдарын,

Онотмайыҡ сапҡын саялығын,

Ергә уйылған сапҡын юлдарын.

 

Онотмайыҡ!..

Ҡайтмаҫ сәфәр сығып,

“Ғәҙәти эш” курьер башҡарған.

Һәм әйләнеп ҡайтҡан:

Китмәһен, тип,

Ул сабаһы юлға башҡалар.

 

Ҡайтҡан сапҡын.

Ҡайтмау мөмкин түгел:

Сапҡын — һуңғы сара, һуңғы юл,

Өҙөлгәнде — ялғап,

Өмөт өрөп,

Ут һыҙығын өҙә һуҡтырып...

 

“Һеҙ курьермы?..” —

“Һеҙ әҙерме?” кеүек,

Йөрәгемдә набат һуҡҡандай.

Минең,

Һинең ғүмерҙәрҙе сапҡын

Ут эсенән алып сыҡҡандай!..

 

Яҙмыштарҙы тейәп,

шалун-шалун

Заман елә,

Заман сос ҡандай!..

Ватан фарманы тип һуға йөрәк,

Ҡаға йөрәк, сапҡын осҡандай...

 

 “Һеҙ курьермы..?” —

Яуабымды иптәш

Көтөп ала алмай төңөлөп,

Китеп барҙы...

Хәтер-яр ишелде.

Уйҙар тулҡынынан өңөлөп.

 

Ғәҙел иләй ваҡыт иләктәре:

Кәбәктәрен елгә осора;

Эре-вағын ҡуя урынына,

Барыһының сыға осона.

 

Кеше — еңмеш.

Әммә юрай алмай

Шул иләктән нисек сығырын.

Рәхимһеҙ ҙә була ҡай саҡ яҙмыш

Тартып ала бәхет сырағын.

 

Һәҙиә апайҙы[1], ана, замананың

Ниндәй уты-еле өтмәгән?!

Халҡын һөйгәс,

Һалҡын көндәрҙә лә

Йылы яҙға өмөтө бөтмәгән!

 

Туңған гөлдө иретергә бүлде

Йөрәгенең һуңғы сатҡыһын.

Быуындарҙы ялғап быуындарға

Дәүеренең булды Сапҡыны.

 

Аҡ күңеле һыҙҙы халыҡ зарын,

Хаҡ ғүмере янды йыр булып.

Бары ваҡыт уға баһа бирҙе:

Исемдәре балҡый,

нур ҡунып.

Майҙандарҙа,

яуҙа,

ыҙандарҙа

Ил күтәргән батыр ир-ҡыҙҙай,

Күңелдәрҙә йыры,

ҡуҙрап-ҡуҙрап,

Һибелеп ҡалды,

янар йондоҙҙай,

Өмөт атлы Сапҡын йондоҙҙай...

 

Ана килә курьер, күптән көткән.

Килә генә тиһең — елә ул!

Йөҙҙәрендә ниндәй асыҡ балҡыу,

Гүйә, миңә әйтә:

 — Еңә бел!..

 

Атҡаҙаныу кәрәкме ни уға,

Танылыумы эше-йөҙөнән?

Уҫал телде,

Ваҡлыҡтарҙы тапап,

Алда бара даны үҙенән...

 

Рухың шағир икән —

һин сафта бул,

Шағир икәнһең һин —

бул курьер.

Тере килеш торма һынағастай,

Илең алдында бул ир-яугир.

 

“Курьер килә!..”

Был һүҙ миңә ҡай саҡ —

Каланчанан тороп саң һуғыу;

Мине

тиңләшергә,

көрәшергә,

Һәм еңергә оран-саҡырыу.

 

Был саҡырыу мине һынай һымаҡ:

“Һин, тай-тулаҡ, ниндәй тоҡомдан?

Өйөрөңдән тороп ҡалманыңмы,

Арына алмай татлы йоҡоңдан?..”

 

Юҡ,

Замана минең тоҡомдо ла

Үҙ көйөнә һалып туҡыны.

Минең быуын —

Ирек даулағандың

Һәм юҡһылдың вариҫ тоҡомо.

 

“Сапҡын килә!..”

Был һүҙ хәҙер минең

Уҙаманым, тоғро уҙағым.

Уның менән барын барлап сығам,

Намыҫ трибуналын уҙамын.

 

Ошо сапҡын,

Күңелемә инеп,

Урын алды йөрәк түремдә.

Тәүге үпкә хистәр осто елгә,

Ә таҡмағы төшмәй телемдән:

“Курьер, курьер...

Күр ер, гиҙ ил,

Аяҡтарың талмаһын.

Был донъялар — үтер бер йәм,

Үкенескә ҡалмаһын...”

 

Был донъялар — үтеп китер бер йәм,

Ашыҡ — үкенескә ҡалмаһын!

Сапҡын йондоҙонан уттар алам —

Йөрәгемде ялҡын ялмаһын...

 

Ҡаршы сабам килер көндәремә —

Быуынымдың мин бер сапҡыны.

Һал, Заманым, оран —

Фарманыңды

Алғасҡыңа илтәм, атлығып!

1975

 

[1] Мәшһүр яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина.